Инйәр
+27 °С
Ясно
Новости
23 Января 2020, 12:20

Ғаилә менән спорт айырылғыһыҙ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән республика халҡының яңы йыл байрамдарын әүҙем, сәләмәт үткәреү, физкультура һәм спортты пропагандалау маҡсатында барлыҡҡа килгән “Яңы йыл ғаилә уйындары-2020” фестивалендә әллә күпме кеше ҡатнашты. Ошо ҙур, мөһим сараның төп өлөшө – финал уйындары – үткән шәмбе Өфөләге “Динамо” стадионында булды.

“Сәләмәт төбәк – көслө төбәк” проекты сиктәрендә ойошторолған сарала Башҡортостаныбыҙҙың төрлө төбәктәренән 70 ғаилә үҙен һынап ҡараны. Бәйгелә Максим Горький ауылында йәшәүсе яҡташтарыбыҙ Сергей Верховцев, Айна Перова һәм уларҙың ҡыҙҙары Екатерина ҡатнашып “Ғаилә уйындары – 2020” Дипломы менән бүләкләнде.
“Уйындарҙы үткәрергә ҡарар иткәндә, был тиклем үк күп ғаиләләр булыр тип уйламағайныҡ”,- тип белдерҙе фестиваль финалы уйындарын асыу тантанаһында Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Фәнүр Йәғәфәров. Сарала шулай уҡ Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары Рима Баталова, Зариф Байғусҡаров, БР Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, илебеҙҙең билдәле спортсыһы Андрей Зюзин һәм башҡалар ҡатнашты.
Әйткәндәй, фестиваль республика Хөкүмәте, “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе, республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт, Мәғариф һәм фән министрлыҡтары ярҙамында ойошторолған. Унда барыһы 300 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Шаян старттарҙа 103 мең 500 кеше (13 мең 470 ғаилә командаһы), 27 спорт төрө буйынса уҙғарылған ярыштарҙа тотош Башҡортостан буйынса 216 мең 144 кеше үҙ көсөн һынап ҡараған. Ул 1 мең 241 мәктәптә үткәрелгән.
Альберт Рәхимов.
Читайте нас