Инйәр
+23 °С
Ясно
Новости
22 Января 2020, 13:22
Өфөлә күренекле башҡорт композиторы Нариман Сабитовҡа бюст асыла
24 ғинуарҙа киске сәғәт 5-тә Нариман Сабитов исемендәге 1-се Балалар музыка мәктәбендә күренекле башҡорт композиторы иҫтәлегенә ғинуар концерты була.
2020 йылдың 11 ғинуарында Нариман Сабитовтың тыуыуына 95 йыл тулды (1925 – 1971). Юбилей саралары барышында 24 ғинуарҙа киске 5-се яртыла Башҡортостандың халыҡ рәссамы Зилфәт Басиров эшләгән бюсты асыу тантанаһы уҙа.
«Мәктәбебеҙ өсөн юбилей йылының ошондай мөһим һәм әһәмиәтле ваҡиға менән башланыуына бик шатбыҙ», — тип билдәләнеләр музыка мәктәбендә.
Өфөлә беренсе дәүләт музыка мәктәбе 1920 йылда В.И. Шиманскаяның һәм М.И. Андржеевскаяның билдәле шәхси музыка мәктәптәрендә асылған. 1971 йылда мәктәпкә композитор һәм дирижёр, БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы һәм Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаты Нариман Сабитовтың исеме бирелгән.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"