Заря ауылында ойошторолған профилактика үҙәге советына өс имен булмаған ғаилә саҡырылды. Сарала райондың балиғ булмағандар эше буйынса комиссия секретары Д.Р.Хисамова, Арх-Латыш ауыл биләмәһе башлығы А.Ә.Ибәтуллин, полицияның балиғ булмағандар эше буйынса инспектор вазифаһын башҡарыусы С.В. Могучев, участка уполномоченные А.С.Фәйрүзов, Максим Горький ауылы мәктәбенең социаль педагогы Г.Р.Бәширова, “Ғаилә” хеҙмәте белгестәре, урындағы депутат Н.А.Шпон ҡатнашты.