Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ғинуар 2020, 13:30

Пособие кемдәргә түләнәсәк?

Ил Президенты Владимир Путин Рәсәй Федерацияһының Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә балалы ғаиләләргә ярҙам итеүҙең яңы саралары хаҡында әйткәйне.

Ил Президенты Владимир Путин Рәсәй Федерацияһының Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә балалы ғаиләләргә ярҙам итеүҙең яңы саралары хаҡында әйткәйне.
Мәҫәлән, быйылдан өс йәштән ете йәшкә тиклемге балалар өсөн пособие түләнеүе ихтимла. Уға түбән килемле ғаиләләр дәғүә итә ала. Уларҙың килеме хеҙмәткә яраҡлы халыҡтың йәшәү минимумынан юғары булырға тейеш түгел. Әлеге ваҡытта республикала йәшәү минимумы 10 186 һум тәшкил итә. Президенттың һүҙҙәренә ҡарағанда, яңы пособие күләме беренсе йылда йәшәү минимумының 50 процентын тәшкил итәсәк.
Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, пособиеның был яңы төрөнә республикабыҙҙан 90 мең бала дәғүә итә ала. Тап бына ошо йәштәге шунса балаға аҙ килемле ғаиләләрҙә бала өсөн айлыҡ пособие алалар. Тағы шуны әйтергә кәрәк: ғаиләләргә түҙемлерәк булырға тура киләсәк, сөнки ошоға ярашлы закондар һәм закон акттары әле ҡабул ителмәгән. Башта улар – федераль, артабан төбәк кимәлендә эшләнәсәк.
Шул ваҡыттан һуң ғына күп функциялы үҙәктәр – документтарҙы ҡабул итә, ә социаль яҡлау органдары рәсмиләштерә һәм пособиеларҙы тәғәйенләй ала. Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, улар базала булған, йәғни айлыҡ пособие рәсмиләштерелгән 90 мең бала өсөн өҫтәмә документтарҙы йыймайынса автоматик рәүештә яңы пособиены алыу мөмкинлектәрен ҡарай.
Читайте нас: