Инйәр
+31 °С
Ясно
Новости
21 Января 2020, 13:50
ГТО-ны үҫтереүгә 315-әр мең һум бүленә
Башҡортостанда хәҙер 69 ГТО-ға тест үтеү үҙәге эшләй.
Башҡортостанда хәҙер 69 ГТО-ға тест үтеү үҙәге эшләй. Әлеге ваҡытта республикала 405 меңдән ашыу кеше «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» автоматлаштырылған системаһына теркәлгән. Республика хөкүмәте президиумы ултырышында ҡалаларға һәм райондарға бюджеттан комплексты үҫтереү өсөн аҡса бүлеү тәртибе тураһында ҡарар проекты ҡаралды.
«Республикабыҙҙа йылдан-йыл ГТО күрһәткестәре яҡшыра. Ләкин комплекс планын индереү буйынса йыл һайын төҙөлгән рейтингта Башҡортостан Рәсәйҙә — 32-се, Волга буйы федераль округында дүртенсе урында тора», — тип билдәләне йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов.
Һөҙөмтәлә ГТО тапшырыуҙың абруйын арттырыу һәм күрһәткестәрҙе яҡшыртыу өсөн Башҡортостан муниципалитеттарына 315-әр мең һум [дөйөм суммаһы 21 миллион 741 мең һум] бирелә. Алмашҡа райондар һәм ҡалалар ГТО-ның ете критерийын үтәргә тейеш. Шул рәүешле властар республикала йәшәүселәрҙе ГТО тапшырыуға йәлеп итергә һәм илдең иң яҡшы ун төбәге иҫәбенә инергә теләй.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"