Инйәр
+21 °С
Ясно
Новости
17 Января 2020, 14:10

Төп бүләк еңеүсеһе — Приуральенан

Гәзит уҡыусылар был көндө түҙемһеҙлек менән көтөп алғандыр.

Гәзит уҡыусылар был көндө түҙемһеҙлек менән көтөп алғандыр.
Сөнки 17 ғинуарҙа 2020 йылдың тәүге ярты йыллығына (6 айға) яҙылыусы ра-йондаштарыбыҙҙың редакцияға ебәргән кватанциялары төп приз отоу мөмкинлегенә эйә булды.
Сараны Архангел мәғлүмәт үҙәге директоры, “Инйәр” гәзитенең баш мөхәррире Гөлшат Закирова асты.
— Хөрмәтле дуҫтар, һеҙ һәр саҡ беҙҙең менән һәм артабан да бергә булайыҡ. Һауа торошоноң көйһөҙләнеп тороуына ҡарамаҫтан, хатта “Инйәр”ҙең тоғро уҡыусылары төпкөл ауылдарҙан бөгөнгө уйынға килеп еткән, барығыҙға ла сикһеҙ рәхмәтлебеҙ,- тип изге теләктәрен еткергәс, уйын шарттары менән таныштырҙы.
Бөтәһе 220 квитанция һалынған йәшник әйләндереп тулғандырылғас, Тирәкленән килеүсе Фаяз Баһауетдиновтың еңел ҡулы менән еңеүсе асыҡланды. Ул — Приуральенан Зилә Яҡшыбаева. Ихлас ҡотлауҙарыбыҙ — телевизор хужаһына!
Уйын булғас, еңеүсеһе лә була, бүләк сыҡманы тип күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәйек, дуҫтар. Бөгөн кемдер ифрат бәхетле икән, бәлки алдағыһында һине лә уңышлы көн шатлыҡтарға сорнар.

Миләүшә Бәширова.
Читайте нас