Инйәр
+21 °С
Облачно
Новости
10 Января 2020, 12:15

Иҡтисадтың нигеҙе нимәлә?

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ ҡылыу” милли проекты

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ ҡылыу” милли проекты илебеҙҙең иҡтисади ҡеүәтен нығытырға, халыҡтың тормош шарттарын яҡшыртырға бурыслы.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров халыҡты эшҡыуарлыҡҡа яҡынайтыу, уларға үҙ кәсебен йәйелдереүгә дәүләт ярҙамы күрһәтеү йәһәтенән аныҡ йүнәлештәр булдырыу бурысын ҡуйҙы, был күрһәтмә төрлө яҡлап эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырыла.
“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ ҡылыу” милли проекты биш өлөштән – федераль проекттан – тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға индереү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”. Был милли проектҡа ярашлы, Башҡортостанда төбәк проекттарының биш паспорты раҫланған.
Үҙ кәсебен йәйелдергәндәргә, үҙаллы шөғөлгә тотонорға ҡарар иткәндәргә документ яғынан ярҙам итеү, аңлатыу эштәре ойоштороу маҡсатында “Минең бизнес” үҙәге асылыуы ла алға китешкә үҙ өлөшөн индерҙе. Үткән йылда Радий Хәбировтың тәҡдиме буйынса аҙна һайын “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” уҙғарыу йолаға әйләнде.
Билдәле булыуынса, был сара Хөкүмәттә генә түгел, район-ҡалалар хакимиәттәрендә лә үтә, күптәрҙең фекеренсә, ыңғай һөҙөмтә бирә. Барыһын да кәңәшләшеп, уртаҡ маҡсат ҡороп алып барыу власҡа ла, йүнселдәргә лә, халыҡҡа ла уңайлы, төбәк үҫеше өсөн дә отошло.
Үткән йылда ойошторлған һуңғы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә “Теплосеть” муниципаль унитар предприятиеһы етәксһе Азат Мөстафин мөрәжәғәт итте. Сарала район хакимиәте башлығы Илшат Әминев, уның урынбаҫарҙары, иҡтисад бүлеге, ер һәм мөлкәт менән идара итеү комитеты белгестәре ҡатнашты.
Һөйләшеү барышында “Теплосеть” муниципаль унитар предприятиеһы тарафынан ерләү хеҙмәттәрен башҡарыу проекты тәҡдим ителде. Уның сиктәрендә ритуаль хеҙмәттәр күрһәтеү, ағас һәм металдан ҡоролған конструкциялар етештереү мәсьәләләре хәл ителде. Кәңәшмә һуңында “Теплосеть” муниципаль унитар предприятиеһының уставына үҙгәрештәр индереү һәм һалым инспекцияһына ОКВЭД-тың өҫтәмә кодтарын индереү кәңәш ителде.
Альберт Рәхимов.
Читайте нас