Инйәр
+19 °С
Ясно
Новости
26 Декабря 2019, 08:05
Хөрмәтле Архангел районы халҡы!
Тыуып килгән Яңы йыл һәм Раштыуа байрамы менән ихлас ҡотлауҙарыбыҙҙы ҡабул итегеҙ!
Беҙ һеҙҙең менән Яңы 2020 йылға аяҡ баҫабыҙ. Иң сағыу, тантаналы һәм шатлыҡлы байрамға һанаулы көндәр ҡалды. Яңы йыл байрамдары һәр саҡ үҙенсәлекле, үҙенең тылсымлығы, усаҡ йылыһы, ҡәҙерле кешеләребеҙҙең һөйөүе менән яҡын.
2019 йыл тарихҡа китә. Әммә ул беҙгә байтаҡ ҡаҙаныштар һәм шатлыҡлы минуттар бүләк итте, яңы тәжрибәләр һәм хис – кисерештәр менән байытты. Үтеп барған йылды йылы һүҙҙәр менә иҫкә алайыҡ, яңыһын ныҡлы ышаныс һәм шатлыҡта ҡаршылайыҡ. Ул һәр беребеҙгә бәхет алып килһен, тыныс һәм изге булһын, шәхси һәм йәмғиәт тормошо сағыу мәлдәр, күңел күтәренкелеге менән тулыланһын. Районыбыҙ киләсәге һәр ҡайһыбыҙҙың көсөнә, уның башланғыстарына, тырыш хеҙмәтенә, дөйөм һөҙөмтәләр өсөн ынтылышына бәйле.
Архангел районы яҡшы иҡтисади потенциалға эйә, йолаларға бай, бында лайыҡлы һәм эшһөйәр халыҡ йәшәй. Хөрмәтле яҡташтар, тыуған районыбыҙ именлеге өсөн көс һалғандарҙың, киләсәктә лә уның үҫешенә үҙ өлөшөн индерергә әҙер булғандарҙың барыһына ла рәхмәт белдерәбеҙ. Барығыҙға ла күңел ҡәнәғәтлеге, ныҡлы сәләмәтлек, именлек һәм уңышлы хеҙмәт, һәр йортҡа тыныслыҡ һәм мөхәббәт, теләктәрегеҙҙең тормошҡа ашыуын теләйбеҙ!
Яңы йыл каникулдарында һәр төрлө спорт ярыштары, мәҙәни саралар үтәсәк, уларҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ.
Рәүф Рәхмәтуллин,
муниципаль район Советы рәйесе.
Илшат Әминев,
муниципаль район хакимиәте башлығы.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"