Инйәр
+17 °С
Облачно
Новости
26 Декабря 2019, 09:35

Асыҡ тыңлауҙар үтте

2019 йылдың 23 декабрендә БР Архангел районы муниципаль районының 2020 йылға, планға алынған 2021һәм 2022 йылдар арауығына ҡаҙна проектын асыҡ тыңлауҙар үтте.

Был мәсьәлә буйынса район хакимиәтенең финанс идаралығы начальнигы урынбаҫары А.Ф.Ғиләзова сығыш яһаны. Ҡаҙна проектына ҡағылышлы яҙма тәҡдимдәр булманы.
Асыҡ тыңлауҙарҙы район Советының ҡаҙна, һалымдар, шәхси милек һәм иҡтисади үҫеш мәсьәләләре буйынса даими комиссияһы рәйесе Р.Н.Гәрәев алып барҙы. Кәңәшмәлә бөтәһе 39 кеше ҡатнашты.
Рәүф Рәхмәтуллин,
муниципаль район Советы рәйесе.
Читайте нас