Инйәр
+15 °С
Облачно
Новости
26 Декабря 2019, 09:30

Архангелдә тротуарҙар буласаҡ

2014 йылда Башҡортостанда “Урындағы инициативаларҙы хуплау” программаһы буйынса пилот проекты булдырылғайны.

2014 йылда Башҡортостанда “Урындағы инициативаларҙы хуплау” программаһы буйынса пилот проекты булдырылғайны. Халыҡтың ниндәйҙер проблеманы хәл итеүгә үҙе башлап инициатива күрһәтеүе һәм урындағы хакимиәт, эшҡыуарҙар менән тығыҙ бәйләнештә булып, хеҙмәттәшлек итеүе – программаның төп шарттарының береһе. Көстәрҙе берләштереп кенә инфраструктураны үҫтерергә, киҫкен социаль проблемаларҙы хәл итергә мөмкин. Әгәр республика бюджетынан аҡса бүленә икән, субсидия күләменең кәмендә 5 процентын ауыл советы хакимиәте, 3 процентын ауыл халҡы үҙе йыйырға тейеш. Бүленгән аҡса күләме 1 млн һумдан артмаҫҡа һәм проект бер йыл эсендә тормошҡа ашырылырға тейеш.
Ошо көндәрҙә Архангел ауыл биләмәһендә “Урындағы инициативаларҙы хуплау” программаһын тормошҡа ашырыу буйынса кәңәшмә үтте. Сарала район хакимиәте башлығы урынбаҫары Любовь Губачева, Архангел ауыл биләмәһе башлығы Ғәли Төгөлбаев һәм урындағы халыҡ ҡатнашты. Граждандар күпселек тауыш менән Архангел ауылының Чернышевский урамында тротуар һалыу проектын сафҡа индереүҙе хупланы.
Альберт Рәхимов.
Читайте нас