Инйәр
+23 °С
Ясна
Новости
25 Декабрь 2019, 08:50

Иң шәп шахматсылар ҡайҙан?

“Йәйғор” балалар һәм үҫмерҙәр клубында 49-сы Красногорский һайлау округы буйынса йәштәр араһында шахмат ярышы уҙҙы.

“Йәйғор” балалар һәм үҫмерҙәр клубында 49-сы Красногорский һайлау округы буйынса йәштәр араһында шахмат ярышы уҙҙы.
Бәйгелә ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Булат Әсәҙуллин, район хакимиәте башлығы Илшат Әминев сәләмләп, иң көслө шахматсының еңеүен теләне.
Уйындар 8 йәшкә тиклемге малайҙар һәм ҡыҙҙар, 9-13 йәштәге үҫмерҙәр һәм ҡыҙҙар, 14-17 йәштәге егеттәр һәм ҡыҙҙар, шулай уҡ 18 йәштән олораҡ ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында уҙҙы.
Үҙ төркөмдәрендә Хәбибутдинова Эльвина (Архангел), Юнысов Ғайсар (Архангел), Исхаҡова Карина (Архангел), Әхиәров Эмиль (Архангел), Әбсәләмов Айҙар (Архангел), Гөлназ Мәзитова (Баҡалды) һәм Эльдар Баянов (Архангел) – “алтын”, Рәхимова Рената (Приуралье), Мәзитова Ралина (Архангел), Әбсәләмов Рифат (Архангел), Аҫылбаева Аделя (Архангел), Вашкевич Андрей(Архангел), Мочалов Глеб (Архангел), Азат Мәзитов (Баҡалды) – “көмөш”, Мәзитова Разалия (Архангел), Рәхимова Камила (Приуралье), Исхаҡов Артур (Архангел), Хөсәйенов Радмир(Архангел), Мәзитов Юлай (Архангел) “бронза” миҙалға лайыҡ булды. Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса архангелдәр – беренсе, баҡалдылар – икенсе, ҡыҙыл еҙемдәр өсөнсө урынға сыҡты.
Еңеүселәргә һәм ярышта ҡатнашыусыларға Булат Рубин улы тарафынан миҙалдар, кубоктар һәм яңы йыл бүләктәре тапшырылды.
Альберт Рәхимов.
Читайте нас