Инйәр
+12 °С
Облачно
Новости
25 Декабря 2019, 12:50

Беҙҙең балалар — Төп Шыршыла

20 декабрҙә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында Республика балалары өсөн Шыршы байрамы уҙҙы. Унда дөйөм белем биреү учреждениеларынан уҡыу алдынғылары,спорт ярыштары еңеүселәре, предмет олимпиадалары һәм конкурстар призерҙары, төрлө фестивалдәр лауреаттары ҡатнашты.

Республика Башлығы Шыршыһына районыбыҙҙан өс уҡыусы барҙы. Улар — Кошелева Аделина (1-се Архангел мәктәбе, 8-се класс), Шаһиева Айгизә (Тирәкле, 7-се класс) һәм Ғәйсәрова Нәркәс (Ҡыҫынды, 6-сы класс). Балаларҙы Ҡыҫынды мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Р.Ф.Ғәйсәрова оҙатып йөрөнө. Сарала ҡатнашыусылар өсөн төрлө уйындар, бәйгеләр ойошторолдо, һәр береһе татлы бүләктәр, китаптар, йомшаҡ уйынсыҡтар алып ҡыуанды.
Лилиә Сәйғафарова,
Район мәғариф бүлегенең методик бүлмә мөдире.
Читайте нас