Инйәр
+13 °С
Ясно
Новости
20 Декабря 2019, 04:15

Өфөлә шыршы баҙарҙары: ысын шыршыны ҡайҙан һатып алырға

Өфөлә шыршы баҙарҙары өсөн 100-ҙән ашыу майҙансыҡ әҙерләгәндәр.

Өфөлә шыршы баҙарҙары өсөн 100-ҙән ашыу майҙансыҡ әҙерләгәндәр. Башҡортостандың баш ҡалаһы хакимиәте мәғлүмәттәре буйынса, өфөләрҙең урман ҡупшыҡайын «Алтын», «Юрматы», «Кувыкин», «Заречный», «Гагарин», «Корсо» сауҙа комплекстары янында, шулай уҡ Менделеев, Мөбәрәков, Эшсе хәбәрселәр, Степан Кувыкин, Гагарин, Рыльский, Королёв, Рихард Зорге, Пушкин, Ленин, Ибраһимов, Комсомол урамдары, Октябрь проспекты буйындағы майҙансыҡтарҙа һатып алыу мөмкинлеге бар.
Шулай уҡ ылыҫлы ағастарҙы төрлө сауҙа-күңел асыу үҙәктәре янында, ауыл хужалығы һәм фермер йәрминкәләрендә һатып алырға була.
«Белгестәр шыршы һатып алғанда уның ботаҡтарын бөгөп ҡарарға тәҡдим итә. Әгәр ул еңел бөгөлә һәм шытырлай икән, тимәк, ағас ҡоро һәм тиҙ ҡойола тигән һүҙ. Һәйбәт шыршының ботаҡтары һығылмалы, һындырыуы ла ауыр. «Сәләмәт» шыршының энәләре сағыу йәшел төҫтә һәм олоно ҡалын булырға тейеш. Шыршының энәләрен усҡа һалып ышҡығанда, шунда уҡ ылыҫ еҫе һиҙелә. Өйгә алып ҡайҡан саҡта энәләре ныҡ ҡойолмаһын өсөн урман һылыуҡайын еп менән бәйләгеҙ», — тип кәңәш бирҙе белгестәр.
Шыршы баҙарҙарының тулы исемлеге бында.
Информация "Башинформ"
Читайте нас