Инйәр
+11 °С
Облачно
Новости
19 Декабря 2019, 06:20

Уйындан уймаҡ сыҡмаһын

Яңы йылға һынаулы көндәр ҡалды. Районда күңелле мәшәҡәттәр, шау-шыу, байрамға әҙерлек осоро башланды.

Яңы йылға һынаулы көндәр ҡалды. Районда күңелле мәшәҡәттәр, шау-шыу, байрамға әҙерлек осоро башланды. Күптәр ҡупшыҡай шыршы ҡуясаҡ, фейерверктар алып, байрамды тағы ла йәмлерәк итәсәк. Әммә ошо өлкәлә ҡануниәт боҙолоп, күңелһеҙ хәлдәр килеп сығыуы мөмкин. Был, тәү сиратта, сифатһыҙ пиротехника, уны балаларға һатыуға бәйле. Бындай проблемаларҙы иҫкәртеү маҡсатында район хакимиәтенең иҡтисад бүлеге белгестәре, “Йәш гвардия” ағзалары һәм ирекмәндәр Архангел ауылында сауҙа үҙәктәренә рейдҡа сыҡты.
Тикшереү барышында пиротехник әйберҙәргә лицензияларҙың, сертификаттарҙың булыу-булмауы тикшерелде. Тауарҙарҙы һаҡлау шарттарына, уларҙың яраҡлылыҡ ваҡытына, витриналарҙа продукция өлгөләре булыуына, эвакуация юлдарына етди иғтибар бирелде.
Рейд барышында район үҙәгендә ике урында пиротехника менән сауҙа иткән нөктә асыҡланды. Был продукцияны һатыу итерегә шәхси эшҡыуарҙар барыһы ла тейешле документтарға рөхсәт ҡағыҙы алған.
Альберт Рәхимов.
Читайте нас