Инйәр
+19 °С
Ясно
Новости
12 Декабря 2019, 07:45

Башҡорт теленә арналған флешмоб

14 декабрь – башҡорт теле көнө

Добавить в предпочтительные источники Google
14 декабрь – башҡорт теле Көнө айҡанлы Республика халыҡ ижады үҙәге, Башҡортостан Республикаһы сәсәндәр үҙәге “Үлемһеҙ йырҙар” исемле флешмоб иғлан итә! Был флешмобтан Абҙан ауылы мәҙәниәт йорто ситтә тороп ҡалманы. "Дуҫлыҡ" ансамбле башҡорт халыҡ йырын "Маһисәрүәр"ҙе башҡарҙы.
Борон башҡорттарҙа егеттәрҙе яуға оҙатыу уңайынан йырланыла торған булған. Исем ике өлөштән тора: (фарсы) Маһи- ай йөҙлө һәм сәрүәр-етәксе, башлыҡ.
Һүҙе:
Селтәрле лә батмуста сын-сынаяҡ, Әсмәбикәй,
Тотма ситтәренән дә, Маһисәрүәр, әй, ыуалыр,
Тотма ситтәренән, Маһисәрүәр, әй, ыуалыр.

Бәхетһеҙ ҙә булғанда ир-егеткәй, Әсмәбикәй,
Сит илдәргә китептәй, Маһисәрүәр, әй, юғалыр,
Сит илдәргә китептәй, Маһисәрүәр, әй, юғалыр.

Туп-туп ҡына баҫҡандай туратымдың, Әсмәбикә,
Туҡ буйҡайҙарында, Маһисәрүәр, әй, төйәге;
Туҡ буйҡайҙарында, Маһисәрүәр, әй, төйәге.

Уттарҙа ла янмаҫтай, һыуҙа батмаҫ, Әсмәбикә,
Батыр егеткәйҙең дә, Маһисәрүәр, әй, һөйәге;
Батыр егеткәйҙең дә, Маһисәрүәр, әй, һөйәге.
Читайте нас