Инйәр
+19 °С
Ясно
Новости
1 Августа 2019, 12:25

“Башавтотранс”тан — яңы автобус

Июль уртаһында “Башавтототранс” йәмғиәте ҡала-ара маршруттарҙы хеҙмәтләндереүгә өр-яңы 20 автобус һатып алды: тәүҙә улар рейсҡа сыҡһа, күптән түгел тағы алты «Нефаз» маршрутҡа ҡуйылды. Быға тиклем автомобилдәр паркы иҫкереүе, пассажирҙарҙың кәмеүе сәбәпле, көньяҡ райондарға дәүләт предприятиеһы автобустары менән өҙөклөктәр бар ине. Хәҙер бындай етешһеҙлектәр булмаясаҡ. Яңы автобустарҙың береһе Архангелгә лә килеп етте инде.
Районыбыҙға илткән маршрут һуңғы арала юғалып торғайны. Бәйләнештең яңыртылыуы район халҡы өсөн һөйөнөслө ваҡиға. Хәҙер дәүләт предприятиеһына юғалтҡан пассажирҙарҙы кире ҡайтарыу өсөн сәфәрҙе мөмкин тиклем уңайлы итеү мөһим. Яңы транспорт сараһы был талаптарға яуап бирә: автобус әйҙәүсе донъя етештереүселәренең юғары компоненттары менән тәьмин итегән. Салонда көйләнеүсе заманса ултырғыстар, хәүефһеҙлек ҡайыштары ҡуйылған. “Нефаз”дар ҡышҡы һалҡындарҙа йылытыусы системаға эйә булған кондиционерҙар, GPS/ГЛОНАСС навигацияһы, тахографтар, мәғлүмәт комплекстары (электрон рейс күрһәтеүсе, иғландарҙы тауыш ярҙамында биреүсе, салонда йүгереүсе яҙыу юлдары) менән йыһазландырылған.
Рәғиҙә Ғиззәтуллина.
Автор фотоһы.
Читайте нас