Инйәр
+14 °С
Облачно
Новости
8 Февраля 2019, 06:38
Эш сәфәре менән
Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың хәләл ефете Каринэ Владимировна эш сәфәре менән Максим Горький ауылындағы “Шәфҡәтлелек” ҡарттар йортонда булды. Уны БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Юрий Мельников һәм Архангел район хакимиәте башлығы Александр Комзалов оҙатып йөрөнө. Учреждение директоры Лариса Кожевникова бинаның торошо, хеҙмәткәрҙәр, ололар өсөн ойошторолған саралар тураһында һөйләне, дауалау-физкультура, физкабинет, табип бүлмәһе, ашхана, китапхана, ваҡытлыса тотоу изоляторы, йыуыу-йыуыныу бүлеге менән таныштырҙы. Каринэ Хәбирова тәрбиәләнеүселәрҙе хеҙмәтләндереү төрҙәре менән ҡыҙыҡһынды, бүлмәләргә инеп ололар менән йәнле әңгәмә алып барҙы, хәл-тороштары хаҡында һорашты, киләсәктә лә ошондай уңайлы шарттарҙа йәшәүен теләне, хеҙмәткәрҙәр менән аралашты, ололарға һәм инвалидтарға бүләктәр тапшырҙы.
Рәғиҙә Ғиззәтуллина.
Читайте нас
MAX
telegram
вк
ок
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"