Инйәр
+17 °С
Облачно
Новости
19 Сентября 2018, 12:09

Күсемһеҙ милеккә ҡағыла

Күсемһеҙ милекте һатҡан саҡта килешеүгә ҡул ҡуйыр алдынан объекттың кадастр хаҡын белеүегеҙ мөһим.

Күсемһеҙ милекте һатҡан саҡта килешеүгә ҡул ҡуйыр алдынан объекттың кадастр хаҡын белеүегеҙ мөһим.

2016 йылдың 1 ғинуарынан РФ Һалым кодексының 23 –сө главаһына 217.1 статьяһы өҫтәлде, унда объекттарҙы һатыуҙан алынған килемгә һалым һалыу үҙенсәлектәре бар. Яңылыҡ нимәнән ғибәрәт: милеккә шәхси хоҡуҡ 2016 йылдың 1 ғинуарынан һуң теркәлһә, күсемһеҙ милек һатыуҙан алынған килем буйынса физик шәхестәрҙең килеменә һалынған һалым (НДФЛ) яңы ҡағиҙәләр буйынса иҫәпләнә. Хәҙер НДФЛ түләгәндә милектең кадастр хаҡы иҫәпкә алына. Әгәр күсемһеҙ милек шәхси ҡулда биш йылдан артыҡ булғанда, 1 ғинуарға ҡарата һатыуҙан алынған килем, килешеүҙә күрһәтелгәнсә, кадастр хаҡынан 70 проценттан түбән икән (бүләк буйынса милек,хосусилаштырыу һөҙөмтәһендә һәм ғүмер буйы йәшәү килешеүе буйынса — 3 йыл), ул саҡта НДФЛ был объекттың кадастр хаҡы суммаһына ҡарап, 0,7 коэффициентына ҡабатланып билдәләнә. Күсемеһеҙ милектең кадастр хаҡы тураһында мәғлүмәт рәсми сайтта урынлашытырылған: Росреестраrosreestr.ru ( Сервисы/Справочная информация по объектам недвижимого имущества в режиме online). Бынан тыш, Күп функциялы үҙәктәрҙең ниндә ҙә булһа бүлегендә билдәле бер датаны һайлап объекттың кадастр хаҡы тураһында Берҙәм дәүләт реестрынан түләүһеҙ белешмә алырға мөмкин.

Мәҫәлән: 2016 йылда һалым түләүсе һатып алыу-һатыу килешеүе буйынса фатирын һатҡан. Уға шәхси хоҡуғы 2016 йылда 1500000 һумға теркәлгән. Теркәүсе органдарҙың мәғлүмәтенә ярашлы, фатирҙың кадастр хаҡы 2016 йылдың 1 ғинуарына —3 500 000 һум. Был осраҡта һатыуҙан һалым объекттың кадастр хаҡынан 0,7 коэффициентына ҡабатланып алына йәғни 2450000 һумдан (3500000х0,7).

Әгәробъектты һатҡанда уның кадастр хаҡы 1 ғинуарға ҡарата билдәләнмәгән икән,, ул саҡта физик шәхестең һатып алыу-һатыу килешеү буйынса алынған килемдән һалым тотола. Шуны ла иҫегеҙҙән сығармағыҙ, һалым ҡануниәте тарафынан түбәндәгеләр ҡарала: милекте һатҡанда милек һалымдары түләнә:

-һатылған объектты алғанда сығымдар күләмен документаль раҫлау;

-документтары булмаған осраҡта, 1000000 һум сиктәрендәге раҫланған сығымдар. Фатирҙың өлөшөн һатҡанда, түләү башҡаларыныҡы араһында пропорциональ рәүештә алына.

БР Буйынса Рәсәй Федераль Һалым хеҙмәте идаралығының мәғлүмәт хеҙмәте.
Читайте нас