Инйәр
+17 °С
Облачно
Новости
11 Сентября 2018, 13:52

Аҫҡын мәмерйәһенә – яңы һулыш

Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе үҙенсәлекле тәбиғәт объектын – районыбыҙҙа урынлашҡан Аҫҡын боҙло мәмерйәһен – шефлыҡҡа алды. Мәмерйәне һаҡлау өҫтөнлөклө рекреация проектына әүереләсәк.

Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе үҙенсәлекле тәбиғәт объектын – районыбыҙҙа урынлашҡан Аҫҡын боҙло мәмерйәһен – шефлыҡҡа алды. Мәмерйәне һаҡлау өҫтөнлөклө рекреация проектына әүереләсәк.
Асҡын мәмерйәһе – Европала иң ҙур боҙло тау ҡыуышлыҡтарының береһе. Йыл миҙгеленә ҡарамаҫтан, туристар бында әүҙем йөрөй. Бер йыл эсендә мәмерйәгә ике мең самаһы кеше килә. Һөҙөмтәлә объектҡа илткән баҫҡыстар емерелгән, тупраҡта эрозия эҙемтәһе бар. Белгестәр шулай уҡ мәмерйәләге микроклиматтың насарайыуын, боҙҙоң иреүен, Ҡыҙыл китапҡа индерелгән ярғанаттарҙың һәләк булыуын, уникаль экосистемала етешһеҙлектәр күҙәтелеүен билдәләй. Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе мониторинг ойошторҙо. Был эштә ғалим-гидрогеологтар, микробиологтар ҡатнашты.
Рус география йәмғиәте тарафынан биләмәне таҙартыу, сүп-сарҙы сығарыу буйынса өмәләр уҙғарыла, мәғлүмәт таҡталары, ял урындары барлыҡҡа килде, йәйәүлеләр өсөн йылға аша өс күпер һалына, хатта волейбол майҙансығы асыла. Ошо көндәрҙә улар менән берлектә райондың мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәре, йәш депутаттар, йәштәр тәбиғи объектты төҙөкләндереү буйынса өмә ойошторҙо. Сарала ҡатнашыусылар махсус техника (“ДТ-72”) мәмерйәгә тиклем барып етә алмау сәбәпле, 15 кубометр ағас материалдарын, 1,5 тонна тимер ҡоролоштарын 800 метр арауыҡҡа һуҙылған текә тауға алып барҙы. Тиҙҙән Аҫҡын боҙло мәмерйәһе эргәһендә төҙөкләндереү эштәре (тәбиғи объекттҡа төшөү өсөн баҫҡыс, уның эргәһендә павильон һ.б.) башланасаҡ.
Альберт Рәхимов.
Читайте нас