Инйәр
+23 °С
Облачно
Новости
9 Сентября 2018, 11:37

Ҙур әһәмиәткә эйә

871-се Архангел һайлау участогында бөтәһе 2108 тауыш биреүсе теркәлгән. Төрлө сәйәси партияларҙан күҙәтеүселәр, комиссия ағзалары, хоҡуҡ һаҡлаусылар һәм медицина хеҙмәткәре һайлауға тиклем үк әҙерлек сараларын күрергә килеп еткән.

— Халыҡтың әүҙемлеге иртәнге сәғәттә үк күҙәтелде, ололар менән бергә йәштәрҙең әүҙемлеге һайлауҙың ни тиклем ҙур әһәмиәткә эйә икәнлеген тағы бер тапҡыр дәлилләне. Сәғәт 10.00-дарҙа теркәлгән халыҡтың 7 проценты, ә көндөҙгө 2.00-лә иһә 26,7 проценты тауыш бирҙе, — тине участка һайлау комиссияһы рәйесе Л.Т.Сәйғафарова. Ул үҙҙәрендә беренсе тапҡыр 18 йәш кеше һайлауҙа ҡатнашасағын, төшкә тиклем уларҙың икәүһе үҙҙәренең һайлау хоҡуғын үтәүен, йәш һайлаусыларҙы мөһим сарала әүҙем ҡатнашҡандары айҡанлы ҡотлап, махсус грамота тапшырыуҙарын белдерҙе.
Читайте нас