Инйәр
+17 °С
Ясно
Новости
9 Сентября 2018, 11:12

Республикала өс мең ауылда йәшәүселәр өсөн һайлау участкаларына алып барыу ойошторолған

Башҡортостанда айырым участкалар ойоштороу урынһыҙ булған алыҫ һәм аҙ халыҡлы пункттарҙа йәшәүселәр өсөн һайлау хоҡуғын тормошҡа ашырыу ойошторолған. Өс мең ауылда йәшәүселәр бушлай ауыл биләмәләре үҙәгенә барып килә ала. Ташыу өсөн мәктәп автобустары йәлеп ителгән, тип хәбәр итте Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы һәм Рәсәй Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Рөстәм Исхаҡов.

Мәҫәлән, иң йыраҡ тораҡ пункты – Белорет районының Айыс ауылы – ауыл советынан 46 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Тауыш биреү хоҡуғана эйә булған 22 кеше өсөн иртән һәм көндөҙ ике рейс ойошторолған.
«Ауыл халҡы әүҙем тауыш бирә, бәләкәй ауылдарҙа – бөтәһе лә тауыш бирергә килә, бындай ойоштороу кимәлендә аптырарлыҡ түгел: бөтәһе лә килергә тырыша, һайлау участкалары эргәһендә йәрминкәләр, күңел асыу саралары уҙғарыла», — тип һөйләне Рөстәм Исхаҡов.
Читайте нас