Инйәр
+10 °С
Ясно
Новости
9 Сентября 2018, 09:21
Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлауҙа ҡатнашты
9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлауҙа ҡатнашты. Төбәк етәксеһе «Башҡортостан» дәүләт концерт залы бинаһында 109-сы һайлау участкаһында тауыш бирҙе.
9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлауҙа ҡатнашты. Төбәк етәксеһе «Башҡортостан» дәүләт концерт залы бинаһында 109-сы һайлау участкаһында тауыш бирҙе.
— Һайлауҙар – тарихыбыҙҙың, демократияның мөһим өлөшө, — тине Рөстәм Хәмитов. — Һайлауҙар өсөн иң мөһиме – ул ғәҙеллек, асыҡлыҡ һәм конкурентлыҡ. Минеңсә, һайлау алды кампанияһы был йәһәттән лайыҡлы уҙҙы.
Башҡортостан Башлығы республика тормошонда Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың мөһим ролен билдәләне. Парламентарийҙар төбәк бюджеты, Мотлаҡ медицина страховкалау фонды бюджеты, юл төҙөлөшөнә ресурстар бүлеү, хеҙмәт ветерандарына льготалар биреү менән бәйле һәм башҡа мәсьәләләрҙе хәл итә.
- Халҡыбыҙ һайлауҙар, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай составын ойоштороу аша ошондай мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҡатнаша. Шуға бөгөн республикала йәшәүселәр аңлы рәүештә эш итер, тулыһынса етди сығып ҡарар һәм, әлбиттә, һайлау участкаларына килер тип уйлайым, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк етәксеһе. — Дәүләт Йыйылышының яңырыуын беләм һәм күрәм, сөнки бөгөнгө көнгә тиклем эшләүсе депутаттарҙың байтаҡ өлөшө һайлауҙарҙа ҡатнашмай, яңы, йәш йөҙҙәр күренә. Миңә парламентыбыҙ үҙенсәлекле, яңы идеялар тыуҙыра алырлыҡ булыр кеүек тойола. Иң мөһиме, республикала йәшәүселәр мәнфәғәтенә эшләү.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"