Инйәр
+18 °С
Ясно
Новости
9 Сентября 2018, 16:39

Мәҙәни саралар тантаналыҡ өҫтәне

Райондың барлыҡ һайлау участкаларында ла йәнлелек күҙәтелде. Тауыш биреүселәр мөһим сарала ҡатнашыуға ҙур яуаплылыҡ менән ҡараны. Иртән барыһын да һайлау участкаһына дәртле музыка саҡыра ине. Икенсе мәктәп фойеһында күргәҙмә, сауҙа нөктәләренән тыш, күркәм концерт та ойошторолдо.

Райондың барлыҡ һайлау участкаларында ла йәнлелек күҙәтелде. Тауыш биреүселәр мөһим сарала ҡатнашыуға ҙур яуаплылыҡ менән ҡараны. Иртән барыһын да һайлау участкаһына дәртле музыка саҡыра ине. Икенсе мәктәп фойеһында күргәҙмә, сауҙа нөктәләренән тыш, күркәм концерт та ойошторолдо. Балалар сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүселәренең дәртле йыр-бейеүҙәре килеүселәрҙең кәйефен күтәрҙе.

Район мәҙәниәт йорто артистары ла, килгәндәргә концерт номерҙарын бүләк итте. Ишек алдында күрһәтелгән һәүәҫкәр сығыштар халыҡты әллә ҡайҙан уҡ үҙенә йәлеп итте.
Читайте нас