Инйәр
+15 °С
Ясна
Новости
26 Июль 2018, 12:52

Асфальт түшәлде

2022 йылға тиклем иҫәпләнгән “Заманса ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы тәҡдиме менән башланып, халыҡ һәм балалар ялы өсөн уңайлы һәм заманса мөхит булдырыуға йүнәлтелде.

Архангелдә Совет урамының 42-се һәм 44-се йорттары араһындағы буш урын июнь айында бында йәшәүсе граждандарҙың берҙәм көсө менән өмәгә сығып таҙартылыуға, артабан бордюрҙар ҡуйыуға өлгәшелһә, ошо өҫтөнлөклө проектты тормошҡа ашырыу буйынса төҙөкләндереү дауам итә.

Балалар өсөн тәғәйен майҙансыҡ урыны янында эш ҡайнай. Архангел юл-ремонт, төҙөлөш идаралығы хеҙмәткәрҙәре ҡеүәтле техника ярҙамында юлдарҙы ҡырсынташ менән ҡапланы. Шишәмбе көн эшселәр был ергә асфальт түшәне.

Идаралыҡ мастеры Алексей Мальков, асфальтбетон һалыусылар — Владимир Гуменюк, Михаил Андриянов, Михаил Курков, водителдәр — Владислав Филипко, Валерий Голубевтың тырышлығын билдәләне.

Миләүшә Бәширова.
Читайте нас