Һыу—йәшәйешебеҙ нигеҙе һәм иң мөһим тәбиғәт ресурстарының береһе. Һуңғы ваҡытта халыҡты һыу менән тәьмин итеүсе хужалыҡтарҙың эшмәкәрлеге көнүҙәктә. Беҙҙең районда ла шундай ойошма байтаҡ йылдар уңышлы эшләп килә. “Водник” йәмғиәтенә — быйыл 10 йыл.
Ярайһы уҡ ваҡыт үткән, тәжрибә тупланған. Бөгөн ниндәй маҡсаттар, ниәттәр менән йәшәүҙәрен белер өсөн район халҡын хеҙмәтләндергән йәмғиәт етәксеһе Владимир Антипин менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
“Водник” тураһында нимәләр
—2008 йылда беҙҙең ойошма үҙ аллы эшләй башланы. Мин 6 йыл дауамында уны етәкләп киләм. Коллективыбыҙ берҙәм, оҙаҡ йылдар эшләгән тәжрибәле хеҙмәткәрҙәребеҙ байтаҡ. Хәҙерге көндә штатта — 29 кеше.
Приуралье, Архангел, Максим Горький, Оҙондар, Баҡалды, Көмәрле, Валентиновка ауылдарына һыу бирәбеҙ. Бынан тыш капиталь ремонт, төҙөкләндереү, йорттарҙы тәртиптә тотоу, реконструкциялау, сәнәғәт һәм көнкүреш ағынты һыу ҙарын, ҡалдыҡтарын сығарыу кеүек эштәрҙе лә башҡарабыҙ.
—Ғәҙәттән тыш хәлдәр булғаны бармы?
—Ундай хәлдәр ҡайһы берҙә килеп сыға. Тәүлек әйләнәһенә инженер-техник хеҙмәткәрҙәр дежурҙа. Биш кешенән торған авария бригадаһы һәр саҡ үҙ урынында. Ҡаршылыҡтар тыуа ҡалһа, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә эҙемтәләрен юҡҡа сығарабыҙ. Техникаға килгәндә: ике “Газ—3307”, бер “ЗИЛ ММЗ—554” йөк машиналары, бер экскаватор, слесарҙарҙы йөрөтөү өсөн “ВАЗ” еңел машиналары бар.
—Һыу резервуарҙарына килгәндә...
—Тауҙа ике резервуар эшләй. Уларҙа техник һәм эсәргә ярашлы һыу запастары һаҡлана. Тәүлек дауамында һыуҙың күләмен, баҫымын, сифатын ике операторыбыҙ— Ирина Ерашко һәм Юрий Кошелев тикшерә. Улар үҙ эштәрен байтаҡ йылдар намыҫ менән башҡа рыусы хеҙмәткәрҙәр. Шунда уҡ һыуға бактеризация үткәрелә.
—Үрҙә әйтеп китеүемсә, төп эшебеҙҙән тыш төҙөкләндереү, көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу һәм башҡа эштәр беҙҙең өҫтә. Яңыраҡ Лазо урамындағы күп фатирлы 4-се йортҡа капиталь ремонт, фатирҙарға һыу һәм канализация үт кәрҙек. Карл Маркс урамының 49-сы йортонда һыу бөтөнләй булманы, үҙегеҙ ҙә элегерәк күргән һегеҙҙер—биҙрә менән урамдан ташыйҙар ине, ә хәҙер рәхәтләнеп крандан ғына ағыҙалар. Сүп-сар сығарабыҙ, күп кенә йорттарҙың подъездарын төҙөкләндерҙек. Башҡараһы эштәр күп, халыҡ беҙгә мохтаж.
—Күптәрҙе борсоған һорау—
һыуҙың сифаты тикшереләме?
—Һыуҙың сифатын контролдә тотоу программаһына ярашлы, тәү сиратта, крандан аҡҡан һыуҙың таҙалығын тәьмин итеү бурысы тора. Һыуалғыс ҡорамалдар көйлө, һыу селтәрҙәренең техник торошо һәр саҡ етди күҙәтеү аҫтында. Даими рәүештә һәр скважинанан анализ өсөн өлгө алына, йылына бер тапҡыр радиация әүҙемлегенә тикшерелә. Ғөмүмән, был һорауға килгәндә— беҙ һәр саҡ уяу.
нисек хеҙмәттәшлек итәһегеҙ?
—Баҙар иҡтисады шарттарына яраҡлашып йәшәйбеҙ, шуға күрә ҡулланыусылар коммуналь тариф буйынса һәр ай түләүҙәрен башҡарырға тейеш. Төрлө хәл-ваҡиғалар тыуыу сәбәпле, ҡайһы бер кеше йөкләмәләрен үтәй алмай. Ундайҙар менән һөйләшәбеҙ, хәлдәрен аңларға тырышабыҙ. Ә инде бөтөнләй баш тартыусыларға хоҡуҡи баҫым менән йоғонто яһала. Халыҡ ара һында түләүҙәр өсөн яңы ҡағиҙәләр индерелеү мәсьәләләренә ҡағылышлы аңлатыу эштәре алып барабыҙ. Һөҙөмтәләр бар.
—Ныҡлы һаулыҡ, күңел йылылығы теләйем һәм, әлбиттә, коммуналь түләүҙәрҙе ваҡытында башҡарығыҙ. —Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.