Инйәр
+2 °С
Облачно
Новости
30 Июня 2018, 22:42

Хөрмәтле Архангел районы халҡы!

Хөрмәтле Архангел районы халҡы! Һеҙҙе күркәм байрамдарҙың береһе — Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө менән ҡотлайбыҙ!

Добавить в предпочтительные источники Google
Хөрмәтле Архангел районы халҡы!

Һеҙҙе күркәм байрамдарҙың береһе — Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө менән ҡотлайбыҙ! Был көндө Феврония һәм Петр Муромскийҙарҙы иҫкә алабыҙ, уларҙың ғаилә союзын ауырлыҡтар, һынауҙар ҡаҡшата алмаған, шуға ла бөгөн уларҙың яҙмышы ғаилә бәхете һәм тоғролоҡто символлаштыра.

Яҡын кешеләрҙең изгелекле һәм ышаныслы мөнәсәбәте ғаиләнең ныҡлы нигеҙен тәшкил итә. Шуға күрә байрам тормошобоҙҙағы юғары әхлаҡи ҡиммәттәрҙең мөһимлегенә баҫым яһай. Ғаилә быуындар сылбырын бәйләүсе, рухи, мәҙәни традицияларҙы һаҡлаусы ла ул. Беҙҙең һәр беребеҙ өсөн энергия биреүсе, йәшәүгә, ижадҡа көс өҫтәүсе, ауыр саҡтарҙа һыйынырлыҡ ышаныслы сығанаҡ.

Архангел районында татыу ғаиләләр күп. Уларҙың һәр береһе ғаилә йолаларына һаҡсыл ҡарашта һәм яңы тормош ҡорған йәштәргә яҡшы үрнәк күрһәтеп йәшәй. Бөтә район халҡын ихлас күңелдән яҡты байрам менән тәбрикләйбеҙ! Йортоғоҙҙа татыулыҡ, именлек булһын, балаларҙың шат тауыштары яңғыраһын.

Бөтәгеҙгә лә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә усағының дөрләүен теләйбеҙ!

Рәүф Рәхмәтуллин, муниципаль район Советы рәйесе.

Александр Комзалов, муниципаль район хакимиәте башлығы.

Читайте нас