Инйәр
+24 °С
Облачно
Новости
6 Июня 2018, 06:20

Башҡортостанда көслө ел формаһында хәүефле тәбиғи күренештәр ихтималлығы һаҡлана – Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы

Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 6 июндә республиканың ҡайһы бер райондарында ҡойма яуын, йәшен, боҙ-борсаҡ, көндөҙ елдең секундына 18-23 метрға тиклем көсәйеүе көтөлә. Автомобиль юлдарында иртәнсәк шыйыҡ томан, күреү мөмкинлеге бер-ике саҡрым тәшкил итә. Һауа температураһы көндөҙ +20, +25, көньяҡ буйынса +30 градусҡаса күтәрелә.

«Тәбиғәт ғәрәсәттәре ҡубыу сәбәпле һаулығығыҙға һәм ғүмерегеҙгә зыян килтерелеүе ихтимал урындарға бөтә сәфәрҙәрҙе йәки эштәрҙе туҡтатығыҙ. Туғандарығыҙҙы иҫкәртегеҙ. Хәүефһеҙлек сараларын күрегеҙ. Ел көсәйгәндә бинанан сығыуҙы кисектерергә кәрәк. Балаларҙы айырым контролгә алыу һәм уларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмау мөһим», — тип ведомствола граждандарға мөрәжәғәт иттеләр.
Урамда көслө елдән ер аҫты үткәүелдәрендә йәшенергә йәки бинаға инеп торорға кәңәш ителә. Йортта тәҙрә янында йәшенергә ярамай, сөнки ҡыйыҡтан шифер һәм башҡа түбә материалдары төшөүе ихтимал. Был шулай уҡ йәмәғәт транспорты туҡталыштарына, реклама таҡталарына, ағастарға, төҙөлөп бөтмәгән йорттарға ҡағыла. Электр тапшырыу линиялары аҫтында тороу һәм өҙөлгән сымдарға яҡын барыу ғүмер өсөн хәүефле.
Читайте нас