Инйәр
+19 °С
Облачно
Новости
21 Апреля 2018, 22:33

Ҡыйыуҙар һәм тәүәккәлдәр һөнәре

Быуаттар дауамында янғын һүндереүселәрҙең бурыстары үҙгәрешһеҙ ҡала. Көн һайын тиерлек уларға ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйырға тура килә. Был хеҙмәткә бар тормошон бағышлаған кешеләр бихисап. Янғын һүндереүсе — яҡшы белем һәм тәжрибә, батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ талап иткән донъялағы иң хәүефле һөнәрҙәрҙең береһе.

Бер аҙ тарихҡа күҙ һалһаҡ, 1649 йылдың 30 апрелендә батша Алексей Михайлович Рәсәйҙә янғынға ҡаршы хеҙмәт ойоштороу хаҡындағы Указға ҡул ҡуйған.

Хәҙерге заман янғын һүндереү хеҙмәте — Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы составындағы иң көслө оператив структура. Ул тәжрибәле кадрҙар, үҫешкән фәнни һәм ғилми базаға эйә заманса техника менән тупланған. Дәүерҙәр алышына, ә янғындан ҡотҡарыусы һөнәренең әһәмиәте үҙгәрешһеҙ ҡала килә — тәбиғи ҡазалар, ут, төтөн, емереклектәр менән көрәштә улар ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып, кешеләрҙе, мөлкәтте, илебеҙҙең башҡа төрлө зиннәттәрен ҡотҡара.

Янғын һүндереү хеҙмәтенең 63-сө бүлегендә эшләүселәргә, ирекле хеҙмәт үтеүселәргә һөнәри оҫталыҡ, ҙур яуаплылыҡ, ярҙамсыллыҡ, тәүәккәллек һәм ҡыйыулыҡ хас. Улар тәүлектең теләһә ҡайһы мәлендә райондаштарын янғын афәтенән ҡотҡарырға ашыға. Рәсәй янғын хәүефһеҙлеге хеҙмәтенең 369 йыллығы уңайынан 63-сө янғын һүндереү часының бөтә шәхси составына, районыбыҙ территорияһындағы ауыл биләмәләренең ирекле янғын һүндереүселәренә, әлеге мәлдә хаҡлы ялда булған ветерандарыбыҙға иң изге теләктәремде еткерәм. Был һөнәр бик хәүефле, уны тик ҡыйыу ир-егеттәр, һөнәр оҫталары ғына һайлай. Һеҙ заманыбыҙҙың ысын батырҙары һәм беҙ һеҙҙең менән ихлас ғорурланабыҙ.

Ғаяз Әхтәмов,
63-сө янғын һүндереү хеҙмәте
бүлеге начальнигы.
Читайте нас