Апрелдә йыл һайын радиация һәләкәттәрендә ҡорбан булыусыларҙы иҫкә алыу көнө билдәләнә. Чернобыль фажиғәһенә бәйле бөтә донъяны тетрәткән ядро һәләкәте була ул. Үҙәк китапханаға саҡырылыусы һәләкәтте бөтөрөүҙә ҡатнашыусылар менән осрашыуға район хакимиәте, мәҙәниәт бүлеге, үҙәк район дауаханаһы, урындағы халыҡты социаль яҡлау бүлеге, район ветерандар советы вәкилдәре, уҡыусылар килде.
...1986 йылдың 26 апрелендә Украинала Чернобыль атом электр станцияһында ҡот осҡос шартлау яңғырай. Объекттың 4-се блогы сафтан сыға һәм Припять ҡалаһына, тирә-йүнгә үлемесле радиация тарала. Кеше һаулығына, бөтә тереклеккә ҙур зыян килтереүгә һәләтле радиоактив матдәләрҙең күләме йөҙҙәрсә тапҡыр артыҡ булыуы асыҡлана. Һандарға туҡталһаҡ, атмосфераға 200 тоннаға яҡын радиоактив матдә ырғытыла. Ике аҙна буйына янғын дауам итә. Чернобыль халҡы Хиросимаға төшкән атом бомбаһы шартлауынан 90 тапҡыр артығыраҡ нурланышҡа дусар була. Бөтәһе 160 мең квадрат километр биләмә бысрана.
...Эвакуация иғлан ителә, ҡатын-ҡыҙҙар, сирлеләр, балалар хәүефһеҙ урынға сығарыла. Был аяныслы ваҡиғанан һуң әлегә тиклем тормош ҡайнаған ҡаланың һөлдәһе генә ҡала. Унда тормош усағы һүнә: иген сәсергә, йылғала балыҡ тоторға һәм һыу инергә ярамай, йорттар һәм фатирҙар эсендә күҙгә күренмәгән үлем һағалай... Чернобыль электростанцияһы ул ваҡытта СССР-ҙа иң ҡеүәтле станция булып һанала. Һәләкәттән һуң өс ай эсендә радиациянан 31 кеше вафат була. Артабан 15 йыл дауамында 80 кеше үлә, 134-е ҡаты ауырыуҙарға дусар була. Чернобыль һәләкәте менән көрәшергә 600 меңдән ашыу кеше йәлеп ителә, уларҙың күпселеген хәрбиҙәр, Оборона министрлығының оператив төркөмдәре, хоҡуҡ һаҡлау структуралары вәкилдәре тәшкил итә. Улар ғәзиз ғүмерҙәрен аямай һәләкәт эсенә инә һәм хәүеф сығанағын кәметеү, уны тулыһынса туҡтатыуҙа үлемесле радиация менән батырҙарса алыша. Архангел районы хәрби комиссариатынан 17 ир-егет авария эҙемтәләрен бөтөрөүгә саҡырыла. Улар, тиңһеҙ батырлыҡ күрһәтеп, хәрби бурысын намыҫ менән үтәне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡаһарман
яҡташтарыбыҙҙың ҡайһы берҙәре бөгөн гүр эйәһе...
Сараны алып барыусы Елена Мортазина һәм Людмила Желтова шул көндәрҙәге хәл-ваҡиғаларҙы, кешеләр сәләмәтлегенә, тәбиғәткә килтерелгән экологик зыянды, бөгөнгәсә дауам иткән эҙемтәләрҙе һандарҙа асып һалды. Йөрәктәрҙе хәүефле тетрәндереп матәм һуҡты, йыйылған халыҡ, бер минутҡа тын ҡалып, һәләк булғандарҙы иҫкә алды.
Район Советы секретары Фәйез Йортомбаев район хакимиәте башлығы исеменән чернобылселәргә, уларҙың яҡындарына рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе, именлек, сәләмәтлек теләне һәм авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға БР “Черноб ы л ь ” союзы төбәк йәмәғәт ойошмаһының Маҡтау ҡағыҙҙарын тапшырҙы. Улар — Нурулла Мөлөков (Благовещенка), Фузар Заһитов (Валентиновка), Ринат Ҡунаҡбаев (Тәүәкәс) һәм Сөләймән Сәғитдинов (Баҡалды).
Ветерандар был көндә хәтирәләрен уртаҡлашты, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе:
—Ул осорҙа барыбыҙ ҙа ҡушылғанды эшләнек, эҙемтәләр хаҡында уйланманыҡ. Беҙҙе, ил алдындағы хәрби бурысыбыҙҙы үтәүселәрҙе, шунда уҡ бойороҡ менән алып киттеләр. Авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә эшләү ваҡыты 10-15 минут, ә ҡайһы бер урындарҙа хатта бер минуттан да кәмерәк тәшкил итте. Ул радиация кимәленә бәйле ине. Ғөмүмән, Чернобыль катастрофаһының ҡурҡыныс һөҙөмтәләрен барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Ҙур күләмдәге емереклектәр унда булғандарҙың фиҙаҡәр хеҙмәте менән юҡҡа сығарылды. Чернобыль һәләкәтен иҫкә алғанда, ошондай уҡ авария булған Силәбе өлкәһендәге “Маяҡ”ты ла иҫтән сығармаҫҡа кәрәк,— тине улар.
Осрашыу сәй табыны артында тамамланды. Һәләкәтте бөтөрөүҙә ҡатнашыусылар түңәрәк өҫтәл артында район Советы секретары Ф.Йортомбаевҡа, үҙәк район дауаханаһының баш табип урынбаҫары А.Вязовцеваға, урындағы халыҡты социаль яҡлау бүлеге начальнигы Л.Воробьеваға үҙҙәрен борсоған мәсьәләләр буйынса мөрәжәғәт итә алды.
Ер тәнендә генә түгел, миллионлаған кешенең аңында һәм күңелендә тәрән эҙ ҡалдырған Чернобыль фажиғәһенә күпме йылдар үтһә лә, уны бер ҡасан да онотмайыҡ. Ә инде һәләкәт урынына ебәрелгән кешеләрҙең алдында ил дә, халыҡ та мәңге бурыслы.