2018 йылдың 28 апреленән 7 майына тиклем Башҡортостан Республикаһы территорияһында һыу ҡоштары һәм ҡарағай урманы кейектәренә яҙғы һунар асылды. Һунар ресурстарына рөхсәт биреү түбәндәгесә башҡарыла:
а) юридик шәхес һәм шәхси эшҡыуарҙар тарафынан һунар ерҙәре беркетелгән урында һунар итеү өсөн һунар-хужалыҡ килешеүҙәре булыуы мотлаҡ;
б) дөйөм һунар итеү ерҙәрендә — БР Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығы (райондарҙа дәүләт инспекторҙары күҙәтеүендә). 2017 йылдың 1 авгусынан һуң алынған һунарға рөхсәт яҙғы һунар осоронда ғәмәлдә.
Һунар итеү талаптары РФ Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығы бойороғо (16.11.2010 йыл, №512) менән һунар ҡағиҙәләрендә тулы рәүештә бирелгән.
1) яҙғы һунар миҙгелендә ниндәй ҙә булһа йөҙөү сараларын ҡулланыу һәм табышты ҡарауыллау, эҙәрлекләү;
-һуйырҙан тыш, башҡа ҡоштарға яҡын барыу;
-200 метрҙан да алыҫыраҡ булмаған йылғаларға төшкән ҡаҙҙарға;
-яралы ҡошто эт ярҙамында эҙләп алыуҙан тыш, һунар эттәрен һәм өйрәтелгән ҡоштарҙы ҡулланырға;
-инә өйрәк, һуйыр, буҙ ҡорға;
-сел, ҡашҡабаш (лысуха), ҡамыш турғайы (камышовка), һоро ҡаҙҙарға;
3) Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән ҡоштарға һәм һөтимәрҙәргә. иҫкәртәбеҙ: РФ КоАП-тың 8.37-се статьяһы 1, 2-се бүлегенә ярашлы, билдәләнгән һунар ҡағиҙәләрен һәм уның срогын боҙғанда йәки рөхсәт ителмәгән ҡоралдар, алымдар ҡулланған осраҡта, граждан 1-ҙән 2 йылға тиклем һунар хоҡуғынан мәхрүм ителә; вазифалы шәхестәргә һунар ҡоралдарын тартып алып, 35 меңдән 50 мең һумға ҡәҙәр административ яза ҡарала.
БР Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығының
һунар күҙәтеүе буйынса дәүләт инспекторы.