Инйәр
+22 °С
Облачно
Новости
21 Апреля 2018, 01:07

Яҙғы сәсеүгә әҙерлек

Игенсенең күңеле сәсеү тамамланғансы тыныслыҡ тапмай. Әле ул көндәрҙең йылыныуын түҙемһеҙлек менән көтә, сөнки баҫыуҙы таҙартыу, тырматыу, һөрөү эштәре башҡарылырға тейеш. Икенсе йыл эшләүенә ҡарамаҫтан, А.Х.Сабитов етәкселегендәге крәҫтиән-фермер хужалығы бөтәһен дә яйға һалып, етди аҙымдар яһауға өлгәшкән. Бында яҙғы сәсеүгә әҙерлек тулы ҡеүәтендә, графикка ярашлы бара.

Игенсенең күңеле сәсеү тамамланғансы тыныслыҡ тапмай. Әле ул көндәрҙең йылыныуын түҙемһеҙлек менән көтә, сөнки баҫыуҙы таҙартыу, тырматыу, һөрөү эштәре башҡарылырға тейеш.

Икенсе йыл эшләүенә ҡарамаҫтан, А.Х.Сабитов етәкселегендәге крәҫтиән-фермер хужалығы бөтәһен дә яйға һалып, етди аҙымдар яһауға өлгәшкән. Бында яҙғы сәсеүгә әҙерлек тулы ҡеүәтендә, графикка ярашлы бара.

—Техниканы, ауыл хужалығы машиналарын йүнәтеү, техник күҙәтеү ойошҡанлы үткәрелде. Уларҙы тикшереү, төҙөкләндереү башҡарылды. Ремонтсылар өсөн бөтә шарттар, запас ҡорамалдар, яғыулыҡ-майлау материалдары булдырылды. Ғөмүмән, техника ҡулланыуға әҙер, орлоҡтар ҙа етерлек кимәлдә. Хужалыҡтың яҙғы баҫыу эштәрен үҙ көсө менән атҡарып сығыуына ышанабыҙ,- тип күҙәтеү яһаны идарасы Шамил Латипов.

Ауыр шарттарҙа ла үҙҙәрен генә түгел, ә башҡаларҙы ла эш менән тәьмин иткән, уңыштарға өлгәшкән хужалыҡта тырыш һәм намыҫлы эшселәр ең һыҙғана. Бына улар: Венер Мөлөков, Венер Гәрәев, Виктор Васильев, Рәфис Рамазанов, Рәзил Самиков,Шамил Мөхәмәтғәлиев, Илдар Ғәйнуллин, Владимир Усков, Сергей Матюшин, Хәниф Кәримов. Ныҡлы тәртип булдырылған коллектив хеҙмәттән ҡурҡмай, көндәр матурайыу менән дәррәү тотонорға ниәтләй.

Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас