Инйәр
+26 °С
Облачно
Новости
27 Марта 2018, 12:47
Синоптиктар Башҡортостанда яҙҙың һәм йәйҙең нисек буласағын фаразланы: аномаль һыуыҡтар көтөлмәй
Башҡортостанда яҙғыһын аномаль һыуыҡтар булмаясаҡ. Синоптиктар уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәргә яҡын температура режимын көтә. Вегетация осорона ихтималлы һауа температураһы һәм яуым-төшөм фаразын Башгидромет баҫып сығарҙы.
Башҡортостанда яҙғыһын аномаль һыуыҡтар булмаясаҡ. Синоптиктар уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәргә яҡын температура режимын көтә. Вегетация осорона ихтималлы һауа температураһы һәм яуым-төшөм фаразын Башгидромет баҫып сығарҙы.
Анализға ярашлы, апрелдә һәм майҙа уртаса айлыҡ һауа температураһы норма сиктәрендә буласаҡ. Апрель өсөн ул республикала 3-5 градус йылы тәшкил итә. Майҙа уртаса һауа температураһы 10-14 градус буласаҡ.
Яуым-төшөм буйынса ла фараздар бирелгән. Апрелдә ямғырҙың норманан күберәк булыуы көтөлә. Синоптиктар яҙҙың икенсе айында республикала 20-40 мм яуым-төшөм яуыуы ихтимал тип иҫәпләй. Майҙа һәм йәй айҙарында яуым-төшөм норма сиктәрендә көтөлә.
Төбәк өсөн ғәҙәти булмаған һауа торошо июлдә фараз ителә. Башҡортостандың төньяғы буйынса температура фоны – норманан юғарыраҡ, ә республиканың көнсығыш райондарында яуым-төшөм күберәк буласаҡ.
Рәсәй Гидрометүҙәк эшләгән климат мәғлүмәттәренең анализы 69-72 процент ышаныс менән Рәсәй биләмәһенең ҙур өлөшөндә 2018 йылдың апрель-сентябрендә температура режимы уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәргә яҡын көтөлә тигән һығымта эшләргә мөмкинлек бирә.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"