Ошо көндәрҙә Илдар Абдразаҡов Рәсәйгә ҡайта. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, тиҙҙән өфөләр Башҡортостандың баш ҡалаһында яратҡан артисы менән осраша ала. 24-27 апрелдә Өфөлә Илдар Абдразаҡовтың I Халыҡ-ара музыка фестивале
уҙа. Сара артистың ижади эшмәкәрлегенә 20 йыл тулыуға арналған.