Инйәр
+9 °С
Облачно
Новости
18 Марта 2018, 10:00

Халыҡ әүҙем

871-се Архангел һайлау участогында бөтәһе 2988 тауыш биреүсе теркәлгән.

Добавить в предпочтительные источники Google
871-се Архангел һайлау участогында бөтәһе 2988 тауыш биреүсе теркәлгән.
– Рәсәй Президентын һайлауға әҙерлек сиктәрендә һайлау участкаһы комиссиялары ағзалары алдан уҡ исемлектәрҙе барлап, саҡырыу ҡағыҙҙары таратты, теркәүҙән төшөү танытмалары тапшырҙы, төрлө сәбәп менән һайлау участкаһына килә алмаусылар ғаризаһына ярашлы, айырым исемлек төҙөнө. Оло йәштәге һәм һаулығы буйынса килә алмауы тураһында ғариза яҙғандарҙың (бөтәһе 314) йорттарына һайлау участкаһы ағзалары күсмә урна менән сығасаҡ. Бынан тыш беҙҙең участканың 80 тауыш биреүсеһе дауаханала һайлаясаҡ.
Халыҡтың әүҙемлеге иртәнге сәғәттә үк күҙәтелде, ололар менән бергә йәштәрҙең әүҙемлеге һайлауҙың ни тиклем ҙур әһәмиәткә эйә икәнлеген тағы бер тапҡыр дәлилләне. Һайлау участкаһы эшләй башлағандан бер сәғәт эсендә 162 (6 процент) кеше, ә көндөҙгө сәғәт 12.00-ләге мәғлүмәттәр буйынса 712 кеше (24 процент) тауыш бирҙе лә инде,- тине һайлау участкаһы комиссияһы секретары Светлана Яновна Кошелева.
Читайте нас