Инйәр
+24 °С
Облачно
Новости
14 Марта 2018, 08:15

Йәш кимәле оҙайтыла

Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәр ҙәргә ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһын тәғәйенләү өсөн ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы йәш кимәлен этаплап күтәреү ҡаралған. Был категориялағы граждандарҙың пенсия йәше йыл һайын 6 айға өҫтәлә һәм 2026 йылға ир-ат өсөн ул — 65, ә 2032 йылға ҡатын-ҡыҙ өсөн 63 йәшкә етә.

Ағымдағы йылда ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһын тәғәйенләү өсөн эшләүсе дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙең йәш кимәле ир-егеттәргә — 61, ҡатын-ҡыҙҙарға 56 булырға тейеш.

Шуны ла билдәләү мөһим, пенсия йәшен өҫтәү дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт арауығына ғына ҡаралған. Был хеҙмәттән бушатылғандан һуң гражданға ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһын дөйөм билдәләнгән пенсия йәшен иҫәпкә алып тәғәйенләүҙе һорап мөрәжәғәт итергә мөмкин. Пенсияны билдәләгәндән һуң граждандар хеҙмәтенә эшкә урынлаш ҡас та ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһы түләү дауам итә.

Рәфис Мостафин,

район Пенсия фонды идаралығы начальнигы.
Читайте нас