Конкурсты ойоштороусылар:
-район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге,
-“Инйәр” гәзите редкцияһы,
- район башҡорттарының ҡоролтай комитеты.
Конкурстың маҡсаттары һәм бурыстары:
-туған телде,милли йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе пропагандалау;
-башҡорт һылыуҡайҙарының матурлығын ғына түгел, әхлаҡи-рухи ҡиммәттәр нигеҙендә ижады потенциалын асыҡлау;
-йәштәрҙең сараларҙа әүҙем ҡатнашыуына булышлыҡ итеү.
Конкурс шарттары һәм үткәреү тәртибе:
“Һылыуҡай —2018” район конкурсында 16-нан 26 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар ҡатнаша ала. Ул ике этапта үтә. Тәүгеһе — район ауылы биләмәләрендә, икенсеһе район һайлап алыу туры 2018 йылдың 31 мартында сәғәт
18.00.-ҙә район мәҙәниәт йортонда уҙғарыласаҡ.
Конкурстың икенсе турында ҡатнашыу өсөн заявкалар 27 мартҡа тиклем ҡабул ителә. Заявкаға ҡатнашыусының портфолиоһы (папкала
А4 форматындағы файлдар) һалына.
Һайлап алыу турында һәр конкурсант түбәндәге номерҙарҙы әҙерләргә тейеш:
-визитка ( башҡорт телендә үҙең тураһында һөйләү). Жюри ағзалары өҫтәмә һорау биреүе ихтимал;
-ижади бәйге ( башҡорт бейеүе, ҡобайыр, йыр/ таҡмаҡтар һәм башҡалар);
- “ Тыуған яғыңды бел һәм ярат” блиц-һорауы.
-әҙәби туған телде белеү;
-үҙ халҡыңдың йола, ғөрөф-ғәҙәттәрен белеү;
-сәхнәлә үҙеңде мәҙәни тотоу кимәле.
Заявкалар биреү өсөн ойоштороу комитеты адресы:
Телефон: 2-15-52, Сәриә Мөхәмәтлатип ҡыҙы Мағазова.