Инйәр
+14 °С
Облачно
Новости
21 Февраля 2018, 07:00

Хоккейсылар һынатманы

Халыҡ араһында шайбалы хоккей спортын үҫтереү, сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау маҡсатында район үҙәгенең “Юбилей” стадионында Архангел һәм Нуриман райондары спортсылары араһында турнир үтте. Ярышта бөтәһе дүрт команда (“Ветерандар 40 +” һәм “Йәштәр”) ҡатнашты.

Добавить в предпочтительные источники Google
Халыҡ араһында шайбалы хоккей спортын үҫтереү, сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау маҡсатында район үҙәгенең “Юбилей” стадионында Архангел һәм Нуриман райондары спортсылары араһында турнир үтте. Ярышта бөтәһе дүрт команда (“Ветерандар 40 +” һәм “Йәштәр”) ҡатнашты.

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Венер Ғимазетдинов, район хакимиәте башлығы Александр Комзалов бәйгеселәрҙе сәләмләп, уңыштар теләне. Тантаналы сара мәлендә Венер Әлтәф улы “Альтаир” йыйылма командаһының ҡапҡасыһына хоккей сәкәне бүләк итте.

Иң тәүҙә хоккей ҡабында Архангел һәм Нуриман (“Ветерандар 40 +”) йыйылма командалары осрашты. Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса Архангелдең “Альтаир”ҙары нуримандарҙы 6:3 иҫәбенә ҡыйратты. Артабан боҙға йәштәр баҫты. Хоккейсылар еңеүгә өлгәшеү өсөн бар тырышлығын һалды. Шулай ҙа уйын майҙан хужалары (7:2) иҫәбенә еңеүе
Читайте нас