Инйәр
+21 °С
Дождь
Новости
1 Февраля 2018, 22:52

Студент саҡ — шәп саҡ

Абҙан ауылында күптән түгел студенттар көнөнә арналған мәҙәни сара ойошторолдо. Әлеге мәлдә уҡып йөрөгән, ошо тормошто үткән элекке студенттар һәм буласаҡтары, йәғни юғары класс уҡыусылары барыһы ла бик әүҙем ҡатнашты унда. Программаға төрлө конкурстар, уйындар, викторина һорауҙары алынды. Дәртләндереү өсөн приздар ҙа әҙерләнде.

Гөлфинә Мансур ҡыҙы етәкселегендә сара шиғырҙар һәм йырҙар менән үрелеп барҙы. Студент тормошон гитараһыҙ күҙ алдына килтереп булмай. Фәдис Әлимғолов менән Фидан Минһажев тап ошо музыка ҡоралында уйнап кисәгә йәм өҫтәне. Тамашасы уларҙың сығыштарын бик оҡшатты, хатта сәхнәгә ҡабат-ҡабат саҡырҙы.

Мәскәүҙән ҡайтҡан Айгөл һәм Фидан Әбсәлиҡовтар дәртле уйындар ойоштороп, килеүселәрҙең кәйефен күтәрҙе. Олораҡтар ҙа ситтә ҡалманы. Азамат Мөсәлимов иһә үҙенең кәңәштәре менән уртаҡлашты. Буласаҡ студенттарға лә, әлегеләренә лә кәрәге тейер, тип уйлайым. Шулай итеп, сара бик күңелле һәм файҙалы үтте.

Эльзидә Мусина,

китапханасы.
Читайте нас