Инйәр
+6 °С
Ясно
Новости
30 Января 2018, 07:42

2018 йылда Башҡортостанда республиканың 100 йыллығына 21 объект төҙөү күҙаллана

2018 йылдың аҙағына тиклем Башҡортостанда республиканың 100 йыллығына 21 объектты төҙөүҙе һәм реконструкциялауҙы тамамлау күҙаллана.

2018 йылдың аҙағына тиклем Башҡортостанда республиканың 100 йыллығына 21 объектты төҙөүҙе һәм реконструкциялауҙы тамамлау күҙаллана.

Йыл дауамында Стәрлетамаҡта — 1225 һәм Баҡалы ауылында 825 уҡыусылыҡ белем усаҡтарын төҙөүҙе тамамлау ҡаралған.
Республикала «Башҡортостандың йөҙ йыллығына — 100 яңы объект» күләмле төбәк проекты тормошҡа ашырыла. 2019 йылға, Башҡортостан Республикаһының юбилейына, төбәктә 106 объект: 18 балалар баҡсаһы, 17 мәктәп, тәрбиәүи, мәғариф, социомәҙәни учреждениеларҙы берләштергән 13 комплекслы объект, 7 физкультура-һауыҡтырыу комплексы, 5 мәҙәниәт йорто, 4 бассейн, 4 боҙ һырғалағы һәм башҡалар төҙөлөргә, ремонтланырға тейеш.
Читайте нас