Инйәр
+2 °С
Облачно
Новости
10 Ноября 2017, 08:00

Асыҡ ишектәр көнө

“Һалым түләүселәр — физик шәхестәр өсөн асыҡ ишектәр көнө” тип исемләнгән Бөтә Рәсәй акцияһы Башҡортостан Республикаһының барлыҡ һалым инспекцияларында, уларҙың айырым территориаль эш урындарында, шулай уҡ дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүсе күп функциялы үҙәктәрҙә уҙа.

Добавить в предпочтительные источники Google
“Һалым түләүселәр — физик шәхестәр өсөн асыҡ ишектәр көнө” тип исемләнгән Бөтә Рәсәй акцияһы Башҡортостан Республикаһының барлыҡ һалым инспекцияларында, уларҙың айырым территориаль эш урындарында, шулай уҡ дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүсе күп функциялы үҙәктәрҙә уҙа. Сара 10 ноябрҙә иртәнге сәғәт 8.00-ҙән киске 20.00-гә тиклем һәм 11 ноябрҙә иртәнге 10.00-дан көндөҙгө 15.00-кә тиклем ойошторола.
Акция сиктәрендә теләк белдереүселәр физик шәхестең милегенә, транспортына һәм еренә һалым иҫәпләү, уны түләү тәртибе тураһында мәғлүмәтле булыу мөмкинлеге ала. Һалым хеҙмәте белгестәре һалым түләүселәргә алынған һалым белдереүҙәре буйынса консультациялар үткәрә, милек һалымы иҫәптәре тәртибе хаҡында тәфсирләп аңлата, шулай уҡ граждандарҙың һалым билдәләүгә ҡағылышлы һорауҙарына яуап бирә.
Теләк белдереүселәрҙең барыһы ла шунда уҡ Федераль һалым хеҙмәтенең интернет- сервисындағы “Физик шәхестәр өсөн һалым түләүселәрҙең шәхси кабинеты”нда теркәлеү процедураһын үтә ала. Шуға күрә үҙегеҙ менән шәхес танытмаһы документының (паспорты) һәм физик шәхестең иҫәпкә ҡуйылыуы тураһында танытманың йәки белдереүҙең төп нөхсәһе йәиһә күсермәһе (Рәсәй Федераль һалым инспекцияһына мөрәжәғәт иткәндә) булыу мөһим.
Асыҡ ишектәр көнө акцияһын үткәреү урындары адрестарының тулы исемлеге менән Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең сайтында (www.nalog.ru) танышырға була.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, физик шәхестәр тарафынан 2016 йыл өсөн милек (транспорт, ер) һалымын ағымдағы йылдың 1 декабренән һуңламай түләнергә тейеш.
Үҙ хәбәрсебеҙ.
Читайте нас