Инйәр
+24 °С
Облачно
Новости
20 Октября 2017, 06:33

Күңеле тулы моң булды

Районыбыҙ ошо көндәрҙә ҙур юғалтыу кисерҙе — мәғариф ветераны, абруйлы шәхес Шаһиева Венера Сабит ҡыҙы вафат булды.

Районыбыҙ ошо көндәрҙә ҙур юғалтыу кисерҙе — мәғариф ветераны, абруйлы шәхес Шаһиева Венера Сабит ҡыҙы вафат булды.
“Китәм” тип әйтмәйенсә генә китеп барҙы оло йөрәкле ағинәйебеҙ, остазыбыҙ һәм уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы... Сирле килеш оҙаҡ ваҡыт түшәктә ятып түгел, ә һуңғы көндәренәсә сәхнә түренән төшмәй, ауылдаштары менән ихлас аралашып ҡына йөрөгән еренән китте..
Кешенең ғүмере йәшәлгән йылдары менән түгел, эшләгән эштәре менән ҡәҙерле. Ә Венера Сабит ҡыҙы бар ғүмерен яратҡан һөнәренә, йәмәғәт эшенә бағышланы. Ул ойошторған сараларҙың осона—һанына сығырлыҡ түгел. Ветерандар ойошмаһын да етәкләне, депутат та булды, “Ағинәйҙәр ҡоро” рәйесе лә, баҫмабыҙҙың әүҙем хәбәрсеһе лә, ”Дарман” ды ойоштороп, уны матур үрҙәргә күтәреүсе лә.
Венера апай менән дуҫлыҡ 17 йыл элек башланды. Хаттар бүлеге мөдире булып эшләйем, ә ул ҡосаҡ-ҡосаҡ мәҡәләләр килтерә, баҫып ҡына өлгөрт. Күҙҙәрен ҡыҫа биреп, йылмайып ҡына килеп инеүҙәре әлегеләй күҙ алдымда. Йомшаҡ ҡына ҡулдары менән арҡамдан тупылдатып һөйөп ала... Кәңәштәрен бирә, киләсәктә яҙасаҡ геройҙары хаҡында бәйән итә. Рәхәтләнеп, туйғансы һөйләшәбеҙ. Бер ҡасан да нимәгәлер зарланғанын хәтерләмәйем. Ҡыҙыҡ хәлдәр һөйләп көлдөрөп алыр ине...
Көнүҙәк темаларҙы ваҡытында яҡтыртҡаны, ябай хеҙмәт кешеләренең тормошон оҫта һүрәтләгәне өсөн 2014 йылда “Инйәр” лауреаты исемен биреп ҡыуандырҙыҡ үҙен.
Халҡы, теле тип янып- көйөп йәшәне ул. “Моңһоҙлоҡтан ҡотолорға кәрәк беҙгә”,-тип йыш ҡабатлар ине. Ә үҙенең күңеле тулы моң булды. Мәҡәләләре ниндәй бай фекерле, күркәм хисле, матур тойғоло! Донъяны үҙенсә, Мостай Кәрим һүҙҙәре менә әйткәндә, ҡояшлы итеп асып бирә алды.Кешеләрҙең күркәм һыҙаттарын күрә белеп, уларҙың хеҙмәт өлгөләрен, йәшәйештәрен ябай тел менән һүрәтләне. Һутлы тел менән яҙҙы. Тыуған ауылын, ауылдаштарын өҙөлөп яратты, уҡыусыларының уңыштарына ғорурланды, матур йәшәүҙәренә ихлас ҡыуанды. Һәр береһе менән уртаҡ тел табып, халҡының йөҙөк ҡашы булып йәшәне.
Бөтә ергә лә өлгөрөргә, йәшендәй йәшнәп ҡалырға тырышты. Унан ниндәйҙер яҡты нур бөркөлөп тора ине. Бындай һәләт, бөтмәҫ дәрт, ныҡлыҡ, сабырлыҡ бик һирәктәргә генә биреләлер.
Бик күптәрҙең оло кәңәшсеһе, остазы, тәрбиәсеһе, ҡәләм оҫтаһы, алсаҡ һәм дә кеселекле ағинәйебеҙ хаҡында яҡты иҫтәлектәр күңелдәребеҙҙә мәңге йәшәр. Урының ожмахта булһын, хөрмәтле кешебеҙ!
Гөлшат Закирова.
Читайте нас