Инйәр
+9 °С
Облачно
Новости
16 Октября 2017, 13:07

“Инйәр” яңы дуҫтар эҙләй

Бер кеше кискә табан урам ҡыҙыра һәм үҙе бер туҡтауһыҙ “Эҙләйем,эҙләйем” , тип ҡабатлай икән.Быны ишеткән икенсе берәү һорай ҡуйған: -Нимә эҙләйһең, һаулыҡмы? -Һаулыҡ эҙләмәйем, сөнки ул Хоҙай Тәғәлә тарафынан һәр кемгә бирелә, тик уны һәр кем һаҡлай алмай.

Бер кеше кискә табан урам ҡыҙыра һәм үҙе бер туҡтауһыҙ “Эҙләйем,эҙләйем” , тип ҡабатлай икән.Быны ишеткән икенсе берәү һорай ҡуйған:
-Нимә эҙләйһең, һаулыҡмы?
-Һаулыҡ эҙләмәйем, сөнки ул Хоҙай Тәғәлә тарафынан һәр кемгә бирелә, тик уны һәр кем һаҡлай алмай.
-Мөхәббәт эҙләйһеңме?
-Мөхәббәт тә эҙләмәйем, ул Хоҙай Тәғәлә тарафынан йә бирелә, йә юҡ...
-Ни эҙләйһең улай булғас?
-Кисен һөйләшеп ултырырлыҡ, аҡыл, һабаҡ, фәһем менән байытырлыҡ үҙемдән аҡыллыраҡ берәй кеше эҙләйем,- тип яуап бирә эҙләүсе.
Эйе, беҙ ҙә , “инйәр”ҙәр, эҙләйбеҙ. Яңы уҡыусылар, ҡыҙыҡлы геройҙар, шәп фекерҙәр һәм фәһемле һабаҡтар эҙләйбеҙ. Йылына ике тапҡыр мөғжизә көткәндәй, йә туңып, йә янып алабыҙ. Эйе, тап подписка осоро башланғас , яҙлы- көҙлө ҡабатлана был хәл.Баҫмабыҙҙы тағы күпме кеше үҙ итер, дуҫтарыбыҙ артырмы тигән уйҙар менән ауылдарға сығабыҙ. Беҙҙе үҙ итеп яҙылыусыларға һөйөнәбеҙ, ә ҡайһы берҙәренең “Инйәр”ҙе бер тапҡыр ғына булһа ла асып ҡарамайынса, “Ниңә кәрәк ул беҙгә гәзит?” тигәндәренә көйөнәбеҙ. Ундайҙарға инде: “Бер айға ғына яҙылып, бер генә битен булһа ла асып ҡарағыҙ әле”,- тип өндәшке килә. Бәлки, һеҙ ҙә тап беҙҙе эҙләйһегеҙҙер. Район яңылыҡтарын, райондаштар йәшәйешен күҙәтеп, күңелегеҙгә ятырҙай мәҡәләләр уҡып, артабан дуҫтарға ла әйләнеп китербеҙ тигән өмөттәбеҙ.
Әлеге отошло мәлде лә ҡулдан ысҡындырмайыҡ, дуҫтар. Бары 15 октябргә тиклем генә осһоҙораҡ хаҡҡа яҙылырға мөмкин. Өлгөрөп ҡалайыҡ, аҙаҡтан үкенергә булмаһын.
Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, һеҙҙең ҡыҙыҡһыныуҙарға тап килгән гәзит сығарырбыҙ, тип ышандырабыҙ. Риүәйәттәге кеше лә ошондай һүҙ эҙләй бит.Һеҙҙең менән кис һөйләшеп ултырыр өсөн мотлаҡ “Инйәр” кәрәк, хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ. Бергә булдыҡ, артабан да айырылмайыҡ һәм үҙебеҙгә күмәкләшеп яңы дуҫтар эҙләйек, сафтарҙы ишәйтәйек.
Гөлшат Закирова.
Читайте нас