Инйәр
+15 °С
Облачно
Новости
9 Октября 2017, 06:19

Шахмат уйынында – аҡыл “көсө” мөһим

Район мәҙәниәт йортонда барған ярышты сәләмләп, район хакимиәте башлығы Александр Комзалов, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы депутаты Венер Ғимазетдинов, Зөфәр Канбековтың улдары – Илдар һәм Ринат, баш судья Александр Кочнев бөтә ҡатнашыусыларға уңыштар теләне.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бөтә партиялар ҙа тиерлек көсөргәнешле үтте. Шәхси беренселекте яулар өсөн шахматсылар бөтә тырышлығын һалды. Партия билдәле ваҡытта тамамланмаған осраҡта, уйындың еңеүсеһе судьялар ҡуйған сәғәттәр аша асыҡланды.
Алты турҙан һуң дөйөм һөҙөмтәләр буйынса шәхси беренселектә Сабир Исхаков (Ғафури районы) – беренсе, Абдурахман Давлатов (Архангел аулылы) – икенсе, Айҙар Үзбәков (Заря) өсөнсө урынға сыҡты. 18 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр араһында чемпион исемен Рәмис Исхаҡов (Ғафури районы) яулаһа, Вилдан Ҡунаҡҡулов (Тәүәкәс) – “көмөш”, Айдил Әхийәров (Архангел) “бронза” миҙалға лайыҡ булды.
Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Анна Бурковаға (Өфө ҡалаһы) тиңдәр табылманы, Гөлназ Мәзитова (Баҡалды) – икенсе, Гүзәл Басырова (Максим Горький) менән Айгизә Ҡунаҡбаева (Абҙан) өсөнсө урында.
Шулай уҡ турнирҙа “Иң йәш шахматсы”, “Иң өлкән шахматсы” һәм башҡа номинациялар билдәләнде. Еңеүселәр кубоктар, миҙалдар, иҫтәлекле бүләктәр һәм аҡсалата приздар менән бүләкләнде. Бәйгелә ҡатнашыусыларҙың барыһы ла тәжрибә туплап, ҡәнәғәт ҡалды һәм ойоштороу комитетына, бағымсылыҡ ярҙамы күрһәткән Ҡанбәковтар ғаиләһенә ҙур рәхмәттәрен еткерҙе.
�р һәм Ринат, баш судья Александр Кочнев бөтә ҡатнашыусыларға уңыштар теләне.
Читайте нас