Инйәр
-2 °С
Облачно
Новости
3 Октября 2017, 14:54

Зарар күреүселәр юҡ

28 сентябрь 63-сө янғын һүндереү часының дежур диспетчер хеҙмәтенә Архангел ауылы Советурамы 22-се һанлы йортта (элекке тирмән бинаһы) ут сығыу тураһында хәбәр килә.

Добавить в предпочтительные источники Google
28 сентябрь 63-сө янғын һүндереү часының дежур диспетчер хеҙмәтенә Архангел ауылы Совет урамы 22-се һанлы йортта (элекке тирмән бинаһы) ут сығыу тураһында хәбәр килә. Янғын һүндереүселәр килеп етеүенә (17 сәғәт 39 минутта) “ҡыҙыл әтәс” 200 квадрат метр майҙандағы ҡыйыҡты ялмап ала.
18 сәғәт 5 минутта янғын тулыһынса һүндерелә. Бина хужаһы 100 мең һум күләмендәге зыян күрә. Бөтәһе 2 миллион 600 мең һумлыҡ мөлкәт һаҡланып ҡалына.
Читайте нас