

Ул Михаил-Архангел сиркәүендә ғибәҙәт ҡылыу менән башланды. Артабан фойела оҫталыҡ-дәрестәре, күргәҙмәләр халыҡ иғтибары үҙәгендә булды. Бигерәк тә “Йәшә, ауыл” проекты буйынса фильмдар һәм видеояҙмалар (10 йыллыҡҡа һайлап алыу турҙары, онлайн-конкурстар, инклюзив йүнәлештәге “Юҡҡа ғына ғибәҙәтханала түгел”) күрһәтелде. “Урал” йыры менән “Заряница” рус халыҡ хоры сәхнәгә сыҡты. “Златоцвет”төркөмө балаларының йырлауы ла ҡунаҡтарҙың кәйефен күтәрҙе.
“Славянканың хушлашыуы” ишетелеүгә Ҡыҙыл Еҙем ауылы коллективы тантаналы шарттарҙа шиғри юлдарҙы тыңлап тын ҡалды. Күҙ алдына дәһшәтле йылдар килеп баҫты...
“Хоҙай фатихаһы менән юлға сыҡ”, тигән боронғолар. Был көндөң Аллаһ йортонда башланыуы ғәжәп түгел. Пасхаль йырға тамашасылар ҙа битараф ҡалманы.
Рәсәйҙә Халыҡтар берҙәмлеге һәм Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылында, изге ҡатындар байрамына бағышланған гала-концерт күтәренке рухта үтте. Район хакимиәте башлығы Айрат Сәйетғәлин барыһын да ҡотлап сығыш яһаны. Протоирей Евгений ихлас теләктәрен еткерҙе. 10 йыл буйы ошо ялҡынлы утты ҡабыҙып, уны һаҡлаған “Йәшә, ауыл” Башҡортостан митрополияһының социаль-мәҙәни һәм миссионер проекты етәксеһе Ольга Самарина телмәр тотто. Ул үҙенең сығышынан һуң күңел ҡылдарын сиртерлек шиғыр ҙа уҡыны.
“Беҙ традицияларҙы дауам итәбеҙ, ауылдарҙа тормош яҡшыраҡ, матурыраҡ булһын өсөн тырышабыҙ, дин әһелдәренә ярҙам ҡулы һуҙабыҙ. Проект ике тапҡыр Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты. Шулай уҡ Өфө йәмәғәт палатаһы тарафынан билдәләнде. Өс тапҡыр “Беҙ бергә. Беҙҙең менән булғандарға рәхмәт!” премияһына лайыҡбыҙ. Һуҡырҙарға һәм күреү һәләте түбән кешеләрҙе лә хәстәрләү — мөһим йүнәлеш. Был тәңгәлдә Юрий Паньчишие — терәк-таянысыбыҙ” -тине Ольга Геннадьевна һәм Юрий Викторовичҡа “Йәшә, ауыл” проектының Рәхмәт хатын тапшырҙы.
Халыҡ йырлы- моңло, шиғри шәлкемдәр менән һуғарылған кисәне ҡарап, күңелдәрен сафландырҙы, рухын нығытты. Онлайн-конкурс еңеүселәрен бүләкләү һәм Рәхмәт хаттары тапшырылғас, проект гимнына әүерелгән (В.Агапкина көйө, А.Мингалева һүҙҙәре) патриотик йырға зал дәррәү ҡушылды.
Миләүшә Бәширова.