

«Шах» яуға бер туған ағаһы менән алына. Тәүҙә улар төрлө йүнәлештә хеҙмәт итә, әммә 2024 йылда егеттәр «Бүреләр» разведка-штурмлау бригадаһы менән килешеү төҙөй. Бер нисә тапҡыр ҡот осҡос хәлгә тарый, әммә һәр саҡ бер-береһенә ярҙамлашып, ауырлыҡтарҙы йырып сыға.
Соледар янында бер заданиела үлем менән күҙгә-күҙ осрашырға тура килә. Төндә «Бүреләр» дошман позицияларын ҡамау буйынса бойороҡ ала. Нацист блиндаждарына һөжүм итеп, ҡоралдарын, мөһим карталарҙы ҡулға төшөрә. Әммә ҡыуанырға иртәрәк. Дошмандар уларға бер өйөр туп осора. Яугирҙәрҙең күбеһе йәшенеп өлгөрмәй, яралана, улар араһында «Шах»тың ағаһы ла була.
«Иптәштәремде, ағайымды позывнойҙары менән саҡырам, береһе лә яуап бирмәй. Дрондан ҡасып, боҫҡан урынымдан сығып, эҙләй башланым. Ағайымды бер соҡор эсенән табып алдым… — тип хәтерләй ул ҡот осҡос көндө «Шах». — Шул мәлдә дрондар тағы ла һөжүм итә башланы. «Вог» гранатаһы минән 4 метр алыҫлыҡта ергә килеп ҡаҙалды ла, нисектер шартламаны. Шул ваҡыт иптәшем «Моряк» уны барып тотоп алды ла ҡыуаҡтар араһына ырғытты. Көслө шартлау яңғыраны, әммә беҙгә ярсыҡтары эләкмәне».
«Шах» яраланғандарға ярҙамға ашыға. Урман һыҙатында дошмандарҙың эвакуация арбаһын табып ала һәм шуның менән яу яланынан 15 яралыны сығарыуға өлгәшә. Әммә алда тағы ла һынауҙар көткән була.
«Беҙҙең позицияларға дошмандар «Мәскәй әбей» гексакоптерҙарын ебәрҙе. Бер снаряд шартлағас, күпме иҫһеҙ ятҡанмындыр, хәтерләмәйем». «Шах» өс көн дауамында төндәрен мина тулы яландан үҙҙәренең позицияларына табан шыуыша, яҡтыла соҡорҙарға һәм ташландыҡ блиндаждарға төшөп йәшенә. Ошо урында уны үҙенең «Бүреләр» бригадаһынан ике иптәше табып ала. Ике ай госпиталдә дауаланғандан һуң, тағы ҡулына ҡорал ала. Йәмғеһе алғы һыҙыҡта ул 19 яугирҙең ғүмерен ҡотҡарыуға өлгәшкән.
«Шах» — ҡорос ихтыярлы батыр егет, шул уҡ ваҡытта нескә күңелле һәм оло йөрәкле лә. Уның һүҙҙәренсә, алғы һыҙыҡта тормошҡа ҡараш тиҙ үҙгәрә.
«Доға ҡыла башланым. Һуғышҡа тиклем уларҙы белмәй ҙә, көсөнә ышанмай ҙа инем. Доға ярҙамы менән генә иҫән ҡалдым», — ти ул.
Фото и первоисточник - https://bash.bashinform.ru/
Беҙҙең МАХ-тағы каналыбыҙға ҡушылығыҙ https://web.max.ru/-69468596543546