

Яҡташыбыҙ әйтеүенсә, уның подразделениеһындағы күп функциялы коптерҙар тәүлек әйләнәһенә күктән дошман позицияларын, техникаһын һәм тере көсөн табып, юҡ итә ала.
«Депутат» махсус хәрби операцияға тиклем Алыҫ Көнсығышта вахта ысулы менән производство-техник бүлектә әйҙәүсе инженер булып эшләгән. 2024 йылдың ғинуарында башҡалар менән бер рәттән нацизмды еңер өсөн фронтҡа барырға ҡарар итә.
– Рәсәй һәр ваҡыт һүҙҙә түгел, ә ғәмәлдә патриот булған кешеләр менән дан тота. Мине ата-әсәйем дә шулай тәрбиәләгән. Яҡындарым Ватанды яратырға, өлкәндәрҙе хөрмәтләргә һәм дуҫлыҡты ҡәҙерләргә бала саҡтан өйрәтте. Олатайым 1941 йылдан, 16 йәшендә, Бөйөк Ватан һуғышының бөтә фронт юлдарын үтә. 1946 йылда тыуған яғына ҡайта. Өләсәйем дә үҙен тулыһынса Еңеүгә бағышлай, иртә таңдан ҡара кискә тиклем тылда тир түгә. Дуҫтарым да 2022 йылдың көҙөндә ил һағына баҫтылар. Мине лә мобилизацияланылар, әммә һаулыҡ торошо арҡаһында өйҙә ҡалдырҙылар. Үҙемә, һауыҡҡас, мотлаҡ фронтҡа барырға, тигән һүҙ бирҙем. Ваҡыт еткәс, был турала ҡатыным менән һөйләштем. Ул минең ҡарарыма ҡырҡа ҡаршы ине, әммә ныҡыштым, – ти батырыбыҙ.
Күптән түгел «Депутат»тың подразделениеһында БПЛА операторҙары төркөмө ойошторола. Ул техника менән электрониканы һәйбәт белгәнгә күрә, шунда уҡ офицерҙарға дрон операторы вазифаһына үҙ кандидатураһын тәҡдим итә. Командование уны хуплай.
“Хәҙер БПЛА операторҙары сафына йәшерәк егеттәр һайлап алына һәм был дөрөҫ. Уларға еңелерәк, сөнки техника менән идара итеүҙе тиҙ отоп ала. Әммә дрон менән ҡулланыуҙа был ғына иң мөһиме түгел. Психологик ҡараш һәм башҡарылған эште аңлау кәрәк, теләк тә булырға тейеш”, – ти яугир яҡташыбыҙ.
Фото - https://ye102.ru/ сайтынан
Беҙҙең МАХ-тағы каналыбыҙға ҡушылығыҙ https://web.max.ru/-69468596543546