Инйәр
+10 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Общие статьи
24 Апреля , 06:13

“Ҡотҡарырға” вәғәҙә итә, ә һуңынан...

Кибермутлашыусылар үҙҙәрен дошман диверсанттары һәм «көс ведомстволары хеҙмәткәрҙәре» тип танытып, үҫмерҙәрҙе алдай. Был хаҡта Рәсәй Эске эштәр министрлығы хәбәр итә.

“Ҡотҡарырға” вәғәҙә итә, ә һуңынан...“Ҡотҡарырға” вәғәҙә итә, ә һуңынан...
“Ҡотҡарырға” вәғәҙә итә, ә һуңынан...

Схема нисек эшләй:

* Тәүҙә сауҙа үҙәктәрен, вокзалдарҙы һәм башҡа йәмәғәт урындарын фотоға төшөрөп ебәреүҙе үтенәләр.

*Артабан нацист диверсанттары исеменән сығыш яһап, был урындар теракт маҡсаттары буласаҡ, ә үҫмерҙе — енәйәттә ҡатнашыусы булаһың, тип ҡурҡыталар.

* Һуңынан схемала «көс ведомстволары хеҙмәткәрҙәре» барлыҡҡа килә һәм, аҡса түләһә, енәйәт эшенән «ҡотҡарырға» вәғәҙә итә. Балаларығыҙға түбәндәге ябай, әммә мөһим ҡағиҙәләр тураһында йыш ҡабатлап тороғоҙ:

Көс ведомстволарынан берәү ҙә социаль селтәрҙәрҙә аҡса һорамай — шикле хәбәр алһағыҙ, ата-әсәгеҙгә күрһәтегеҙ.

Сит кешеләр үтенесе буйынса фото төшөрмәгеҙ һәм уларға аҡса күсермәгеҙ.

Ҡурҡытһалар — кисекмәҫтән ололарға хәбәр итегеҙ.

Шикле әңгәмәселәрҙе сикләгеҙ, хатаралашыуҙарығыҙҙы юйҙырмағыҙ — улар полицияға ярҙам итәсәк.

 

Беҙҙең МАХ-тағы каналыбыҙға ҡушылығыҙ https://web.max.ru/-69468596543546

Автор:Мухаметьянова А.
Читайте нас