Инйәр
+10 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Общие статьи
24 Апреля , 06:25

Автомат урынына — пульт Пилотһыҙ осоусы аппараттар алдынғы урынды биләй

Боронғо замандарҙан уҡ ир-егеттәребеҙ үҙ ерҙәрен яҡлай. Бөйөк Ватан һуғышында, махсус хәрби операцияла, Афғанстанда һәм Төньяҡ Кавказда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы геройҙарыбыҙҙың батырлыҡтары — ул ҡыйыулыҡ һәм тәүәккәллек өлгөһө.

Автомат урынына — пульт Пилотһыҙ осоусы аппараттар алдынғы урынды биләйАвтомат урынына — пульт Пилотһыҙ осоусы аппараттар алдынғы урынды биләй
Автомат урынына — пульт Пилотһыҙ осоусы аппараттар алдынғы урынды биләй

Башҡортостан Башлығының Рәсәйҙең Милли гвардияһы ғәскәрҙәре менән үҙ-ара эш итеү буйынса кәңәшсеһе Артур Йомағужин һүҙҙәренсә, 90-сы танк дивизияһының 428-се мотоуҡсылар полкының 90 процентын республикабыҙ ир-уҙамандары тәшкил итә. Күптәр бында өлөшләтә мобилизация ваҡытында эләгә. Улар араһында “Гном” позывнойлы яҡташыбыҙ ҙа бар. Махсус хәрби операция башланғандан алып Анатолий Д. Ватан һағына икеләнеүһеҙ баҫа һәм үҙенә йөкмәтелгән бурыстарҙы батырлыҡ менән үтәй. Ҡатмарлы һынауҙарҙа көслө рухлы һәм ҡаҡшамаҫ ихтыярлы “Гном” бирешмәй, хеҙмәтенә тоғро ҡала һәм Ватанды һаҡлаусыларға хас яҡшы сифаттарын һаҡлай.

Хәрби юлды Ҡазан ҡалаһында башлай. Һуңынан иптәштәре менән бер ай Ростов өлкәһенең Миллерово ҡалаһында була. 2023 йылдың ғинуарында Луганск Халыҡ Республикаһына инәләр: Северодонецк, Кременныйҙа урынлашалар. Һуңғы ҡала бер йыл буйына уларҙың оборонаһы аҫтында була. Беҙҙең яугирҙәр ҡулдарынан килгәнсә урындағы халыҡҡа, яралыларға ярҙам итә. Тап шул саҡта “Гном” үҙенең беренсе дәүләт наградаһын – “Һәләкәттән ҡотҡарған өсөн”, шулай уҡ генерал М. Шайморатов, II дәрәжә “Батырлыҡ өсөн”, 428-се мотоуҡсылар полкы (МСП) “Донбассты азат иткән өсөн” миҙалдары менән бүләкләнә. 2024 йылдың июленән яңы һөнәр үҙләштерә — хәҙер ул пилотһыҙ осоу аппараттары операторы. “Гном”дың әйтеүенсә, дрондар – һуғышта бик кәрәкле һәм һөҙөмтәле ҡорал. “Уның ярҙамында штурмлаусылар өсөн боеприпастар, аҙыҡ ебәрелә, дошман блиндаждары юҡ ителә, шулай итеп, алғы һыҙыҡтағылар артабан хәрәкәт итә ала. Яугирҙәрҙең ғүмерен һаҡлай”, – ти егет. Мобилизацияға тиклем Анатолий Д. Пермь крайында «Энергоком» йәмғиәтендә водитель булып эшләй. Махсус хәрби операция башланғас, тормошон Ватанды һаҡлау менән бәйләй. Былтыр апрелдә хеҙмәтен дауам итеү буйынса килешеү төҙөй. Яугирҙәр әйтеүенсә, махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән үк улар халыҡтың берҙәмлеген тоя. “Гуманитар ярҙамһыҙ беҙгә бик ауыр булыр ине. Яҡташтарыбыҙға ҙур рәхмәт”, - ти сержант. Башҡортостанда пилотһыҙ осоу аппараттары ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү тураһында чат-бот эшләй. Виртуаль ярҙамсы Рәсәй Ҡораллы көстәренең пилотһыҙ осоу аппараттары ғәскәрҙәрендә хеҙмәт тураһындағы көнүҙәк һорауҙарға яуап алырға ярҙам итә. Төп өҫтөнлөктәрҙе ҡарап үтәйек. Пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙары өсөн юғары хәүефһеҙлек саралары ҡаралған. Уларҙың хеҙмәте алғы һыҙыҡтан алыҫ ерҙә үтә. Контракт бер йылдан алып төҙөлә, был хеҙмәт үҙенсәлектәрен баһаларға мөмкинлек бирә. Хәрби кеше хеҙмәттән китә йәки яңы контракт төҙөй ала. Хәрбиҙе, уның ризалығынан тыш, пилотһыҙ осоу аппараттары менән бәйләнмәгән ғәскәрҙәрҙең башҡа төрөнә күсерергә ярамай. Был өлкәләге контракт төҙөүселәр тулы социаль пакет ала. Уларға закон тарафынан ҡаралған бөтә түләүҙәр, льготалар, социаль гарантиялар ҡарала. Бынан тыш, студенттар өсөн махсус шарттар бар. Вуздарҙа уҡыусылар, академик ял алып, килешеү төҙөргә хоҡуҡлы, ә хеҙмәттән һуң, бюджет буйынса уҡырға инә аласаҡ.

Беҙҙең МАХ-тағы каналыбыҙға ҡушылығыҙ https://web.max.ru/-69468596543546

Источник: https://tatvestnik-t.ru

Фото: https://tatvestnik-t.ru

Автор:Мухаметьянова А.
Читайте нас