Ошо көндәрҙә Ҡурғаш ауылы халҡы газ менән тәьмин ителде. Ҡыуаныслы ваҡиғала район хакимиәте башлығы Айрат Сәйетғәлин ҡатнашып, изге теләктәрен еткерҙе:
- Төпкөл ауылдарға газ үткәреү – яҡшы күренеш. “Зәңгәр яғыулыҡ” халыҡтың заман талаптарына ярашлы көнкүрешен, йәшәү шарттарын еңеләйтәсәк, ауылдың үҫешенә лә йоғонто яһаясаҡ. Ошо йәһәттән газ хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Ҡурғашҡа тиклем Тирәкленән ике саҡрым һәм ауыл эсендә өс саҡрым самаһы газ торбалары һуҙылды. Уға тоташыу өсөн 26 йорт хужалары проект эштәре менән мәшғүл. Әлеге мәлдә туғыҙ ғаилә “зәңгәр яғыулыҡ” менән файҙаланған да. Тәүгеләрҙән булып газ плитәһендәге комфорканы район хакимиәте башлығы А.З.Сәйетғәлин Сирғажиндарҙа “тоҡандырҙы”.
- Беҙ бик шатбыҙ. Йортобоҙ һәр саҡ йылы буласаҡ тип өмөтләнәбеҙ. Быға тиклем 30-ған кубометр утын әҙерләй инек. Һатып алһаң, ҡыйбатҡа төшә ине: алты “куб”ҡа 12-14 мең һум самаһы. Ҡыш, сатлама һыуыҡтарҙа мейесте тәүлек әйләнәһенә бер нисә тапҡыр яға инек. Хәҙер уңайлы шарттар булдырылды,- тип ҡыуаныстары менән уртаҡлашты улар.
Альберт Рәхимов.
А.Кожевников фотоһы.